Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Октябрь 2021, 16:17

Автобуслы булдылар

Уҡытыусылар көнөндә баш ҡаланың "Өфө-Арена" майҙаны алдында республика Башлығы Радий Хәбиров, Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов, мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин мәктәп автобустары асҡыстарын тапшырҙы.

Автобуслы булдылар
Автобуслы булдылар

Тантаналы сараны асып, республика Башлығы Радий Хәбиров уҡытыусыларҙы һөнәри байрамдары менән ҡотланы.

- Бөгөн бик әһәмиәтле көн. Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ баһалап бөткөһөҙ ҙур. Водителдәрҙең дә эше яуаплы, ә уҡыусыларҙы йөрөткәндәрҙеке айырыуса! Ата-әсәләр һеҙгә донъялағы иң ҡәҙерле кешеләрен – балаларын ышанып тапшыра. Бөгөн республикала 50 меңгә яҡын бала мәктәп автобусы менән белем алырға йөрөй. Уларҙың хәүефһеҙлеге өсөн беҙ – өлкәндәр яуап бирәбеҙ. Райондарға 114 мәктәп автобусы бирҙек. Шуның менән төбәк мәғариф системаһында мөһим мәсьәләләрҙең береһен хәл иттек - ун йылдан ашыу йөрөгән иҫке автобустар хәҙер беҙҙең мәктәптәрҙә юҡ. Октябрь аҙағына тиклем белем усаҡтары өсөн тағы ла 26 яңы автобус килерен көтәбеҙ. Ил етәкселегенә ошондай ҙур ярҙам уңайынан рәхмәтлебеҙ. Шул уҡ ваҡытта үҙебеҙ ҙә был йәһәттән тырышлыҡ һалабыҙ. Күптән түгел Башҡортостан үҙ аҡсаһына - 41 мәктәп автобусы, экономияланған суммаға йәнә дүрт машина алды. Ғөмүмән, һуңғы өс йылда федераль һәм республика бюджеты иҫәбенә республиканың ошондай техника паркын 443 берәмеккә арттырҙыҡ.
Төбәгебеҙҙә барлығы 1465 мәктәп автобусы бар. Уларҙа көн һайын 789 белем усағынан 49157 бала йөрөп уҡый. Мәктәп автобустарының барыһы ла заманса йыһазландырылған.
Мәктәп автобустары алыу өсөн аҡсаны экономияларға ярамай. Башҡортостандың иң төпкөл ауылдарындағы балаларҙың да уңайлылыҡта дәрескә килеп, тыныс белем алыуы, спорт, музыка менән шөғөлләнеүе, һүрәт төшөрөүе, ә кискеһен хәүефһеҙ шарттарҙа өйөнә ҡайтыуы мөһим, - тине Радий Фәрит улы.

"Бөгөн Өфөнән республиканың һәр районына тиерлек һары мәктәп автобустары тараласаҡ. Ошоноң менән республика мәктәптәренең ихтыяжын ҡәнәғәтләндерҙек тип ҙур ғорурлыҡ менән әйтә алам. Тағы ла ике мең бала йылы һәм заманса автобустарҙа уҡырға йөрөйәсәк. Уларҙың барыһы ла ҡышҡы юлда йөрөү йәһәтенән хәүефһеҙ. Был айырыуса Урал аръяғы райондары өсөн мөһим. Балаларҙың хәүефһеҙлеге – тәү сираттағы бурысыбыҙ", - тип билдәләне Айбулат Хажин.

Автобуслы булған райондар араһында Белорет та бар. 2020 йыл аҙағында автобуслы булыу бәхете Шығай мәктәбе һәм Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһына татығайны. Был юлы ҡаланың лицей-интернаты автобус асҡысы алып ҡыуанды.

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: