Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
22 Октябрь 2021, 09:52

Колледж студенттары өсөн дә каникулдар була

Ноябрҙә ял көндәре иғлан ителеү сәбәпле төбәк колледждарында белем алыусылар ҙа 2021 йылдың 29 октябренән 7 ноябргә тиклем уҡымаясаҡ.

Колледж студенттары өсөн дә каникулдар була
Колледж студенттары өсөн дә каникулдар була

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республика мәктәптәре календарь уҡыу графигына ярашлы 29 октябрҙән 7 ноябргә тиклем көҙгө каникулдарға сығасаҡ.

«Каникулдарҙы ваҡытынан алда индереү һорауы ҡаралмай. Республика колледждары студенттары ла ял көндәре иғлан ителеү сәбәпле был ваҡыт арауығында уҡымаясаҡ», - тип белдерҙеләр министрлыҡтан.

Балалар баҡсаларында иһә ял көндәрендә дежур төркөмдәр ойоштороласаҡ. Уларҙың эше буйынса һорауҙар булғанда балалар баҡсаһы етәкселегенә йәки йәшәгән урынға ҡараған мәғариф бүлегенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: