Мәктәп уҡыусылары көҙгө каникулдарҙан һуң 8 ноябрҙә уҡый башлар, тип күҙ уңында тотола ине. Хәҙер улар, дөйөм алғанда, ике аҙна ял итәсәк.
Былтыр көҙгө каникулда уҡыусылар өс аҙна ял иткәйне, ләкин был программаны үҙләштереүгә кире йоғонто яһаманы, балалар ҡалдырылған уҡыуҙарын тиҙ ҡыуып етте, тип иҫкә төшөрәләр Мәғариф министрлығында. Бер йыл элек эпидемиологик хәлдең сағыштырмаса еңелерәк булыуын билдәләп китәбеҙ.
Ултырышта шулай уҡ 8 ноябрҙән республикала балалар баҡсаларының штат режимында эшләүен дауам итәсәге билдәле булды.
Башҡортостандың өҫтәмә белем биреү учреждениелары, колледждар һәм республика территорияһында урынлашҡан юғары уҡыу йорттары 8 ноябрҙән уҡый башлаясаҡ, тик дистанцион форматта.
Сығанаҡ: “Башинформ”.