Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
19 Ноябрь 2021, 13:09

Үҙ-ара хеҙмәттәшлек - уңышҡа юл!

Киләсәк быуынға белем биреүҙә мәктәп уҡытыусыһының роле баһалап бөткөһөҙ булһа ла, педагог һөнәренең абруйы төшә барыуы, йәштәрҙең уға ҡыҙыҡһыныуы кәмеүе, кадрҙарҙың «ҡартайыуы», йәш белгестәрҙең башҡа өлкәне һайлауы кеүек кире тенденцияның үҫеше күҙәтелә.

Үҙ-ара хеҙмәттәшлек - уңышҡа юл!
Үҙ-ара хеҙмәттәшлек - уңышҡа юл!

Нәҡ ошо көнүҙәк мәсьәләнең киҫкенлеген, көсөргәнешлеген йомшартыуға булышлыҡ итеү маҡсатында "Валавинаның педагогик уҡыуҙары" проекты тормошҡа ашырыла башланы. Ә ниңә "Валавина уҡыуҙары" һуң?

Белорет ҡалаһы һәм районының Почетлы гражданы, ғүмеренең 50 йылдан ашыуын балаларға белем биреүгә арнаған данлыҡлы яҡташыбыҙ Вера Валавина, партияла тормаһа ла, юғары Хөкүмәт наградаларына - Ҡыҙыл Байраҡ һәм Ленин ордендарына лайыҡ булған билдәле шәхес. Ә был - Советтар Союзында һирәк осраҡ. Мөғәллимә ауыр һуғыш йылдарында балаларҙы уҡыта, ә Еңеү өсөн килтергән өлөшө тағы ла баһалап бөткөһөҙ. Һуғыш яланында ике улы һәләк була. Педагогик хеҙмәт йылдарында буласаҡ инженерҙар, ғалимдар, педагогтар, табиптар, эшселәрҙе уҡытып сығара Вера Константиновна.

Әлбиттә, ныҡышмал педагог хеҙмәтенең берҙән-бер тарихы ғына түгел был. Белорет районының мәҙәни-тарихи педагогик традицияларын арттырыу һәм һаҡлау, колледждың, мәктәптең үҙ-ара эш итеүе аша мәғариф киңлеген үҫтереүгә йүнәлтелгән социаль-педагогик башланғыстарҙы яҡлау, төбәк, Башҡортостан, Рәсәй дөйөм һәм һөнәри белем биреү, бизнес, етәксе орган вәкилдәрен бер майҙанға туплаған кооперация булдырыу маҡсатын ҡуйған педагогик уҡыуҙар Белорет педагогия колледжы базаһында үтте. Белем учреждениеһы директоры Гөлшат Йомағужина етәкселегендәге педагогик коллектив, республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы, Белорет мәғариф идаралығы башланғысы менән ойошторолған ике көнлөк уҡыуҙар педагог һөнәренең абруйын күтәреү, заманса белем биреү кимәлен тәьмин иткән шарттарын һәм механизмын күрһәтеү, төбәктә кеше ресурстары үҫеше мәсьәләләрен хәл итеү өсөн дөйөм, махсус белем биреү ойошмаларының көнүҙәк проблемалары буйынса фекер алышыу бурыстарын ҡуйҙы.

Онлайн һәм офлайн форматта үткән уҡыуҙарҙа республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, иҡтисади фәндәр докторы, һөнәри белем биреү системаһының Почетлы хеҙмәткәре, Мәскәү ҡунағы Игорь Павлов, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай комитетының мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса рәйесе Рәил Әсәҙуллин, Мәскәүҙең "Мираҫ" социаль-мәҙәни проекты, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге башҡорт дәүләт педагогия университеты, Мәғариф һәм фән министрлығы вәкилдәре, махсус, дөйөм белем биреү учреждениелары етәкселәре, дөйөм белем биреүҙең дәүләт сәйәсәте бүлеге белгестәре, бизнес, йәмәғәт ойошмалары һәм власть органдары вәкилдәре ҡатнашты.

Ике көн дауамында уҡыуҙарҙың пленар ултырышында «Колледж һәм мәктәп белем биреү киңлегенең берҙәмлеге - педагогик йүнәлештәге студенттарҙы әҙерләү майҙансығы», "Вера Валавина миҫалында мәғариф тарихында уҡытыусының роле", "Үткәндән - киләсәккә» кеүек темаларына докладтар уҡылды, презентациялар күрһәтелде. Мәскәү белгестәре "Мираҫ" проекты - студенттарҙың һөнәри компетенцияһы үҫеше майҙансығы» һәм башҡа темалар буйынса сығыш яһаны. Йәш белгесте эшкә урынлаштырыу, уҡытыусыларҙың һөнәри компетенцияһы үҫеше мәсьәләләре буйынса фекер алышыу булды. Белем биреү, сәләмәт тормош алып барыу, тыуған төйәктең тарихы һәм йолалары аша туризм үҫеше буйынса йәнле һөйләшеү файҙалы үтте. Колледж педагогтары һәм студенттар төрлө темаларға презентациялар күрһәтте, сессиялар үткәрҙе.

Ә бына уҡыуҙарҙың мәғариф һәм фән министры, белем биреү учреждениелары етәкселәре, бизнес, етәксе орган, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашлығында "Мәғариф, бизнес, йәмәғәт ойошмалары хеҙмәттәшлеге - төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше ресурсы" темаһына "түңәрәк өҫтәл" үтте. Бер нисә сәғәт дауамында барған фекер алышыуҙар, тәҡдимдәр юғары орган, бизнес, мәғариф хеҙмәттәшлегенә арналды.

Кадрҙар ҡытлығы - заман бизнесының көнүҙәк мәсьәләләренең береһе. Хатта эш урындары һанын кәметкән хәлдә лә эшсе ҡулдарға дефицит ҡала килә. Проблемалар сығанағы - эш биреүселәрҙең талаптары менән колледж һәм юғары уҡыу йорттарын тамамлаусыларҙың хеҙмәт баҙарына сыҡҡан компетенция кимәленең тап килмәүе. Бөгөнгө һөнәри белем биреү, эш биреүселәрҙең талаптарын иҫәпкә алмайынса, ябыҡ система булараҡ үҫешә алмай. Белем биреү һәм хеҙмәт өлкәһендә үҙ-ара аныҡ бурыстар нигеҙендә диалог булдырылырға тейеш.

Бизнес белем биреү системаһы өсөн билдәле квалификациялы кадрҙарға заказ бирә, уларҙың уҡытыу сифатына талаптар ҡуя, ә система, үҙ нәүбәтендә, сифатлы белем биреү программалары һәм эш биреүселәр көткән әҙерлекле белгестәр өсөн яуап бирә. Фекер алышыуҙа заман бизнесы ихтыяжына яуап биргән белгестәр контингенты булдырыу мәсьәләләре һәм белем биреү системаһы үҫешендә бизнес мөмкинлектәре ҡаралды.

Конкрет тармаҡта эшләү өсөн белгестәр әҙерләүгә йүнәлтелгән белем биреү системаһы менән идара итеү моделе тәҡдим ителде. Ә бының өсөн төрлө ведомстволар һәм предприятиеларҙың тырышлығын берләштерергә кәрәк. Бындай система белем биреү һәм бизнес интеграцияһын тәшкил итә, атап әйткәндә, кадрҙарҙы әҙерләү буйынса уртаҡ эште ойошторасаҡ. "Башҡа өлкәләрҙән айырмалы, мәғариф өлкәһе тәнҡитләүгә дусар. Мәғариф өлкәһен тәнҡитләгәндә бизнес үҙенең төҙәтеүҙәрен индерә һәм белем биреү системаһы тейешле кадрҙар әҙерләмәй тигән фекерҙә. Был осраҡта бизнес, етәксе орган һәм белем биреү системаһы берҙәм эшләргә тейеш. Бында бизнес мөһим роль уйнай, уны иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай. Ҡалабыҙҙың ярайһы уҡ алға киткән предприятие-ойошмалары йәш кадрҙарҙы уҡытып, эшкә өйрәтеп алырға мәжбүр. Ә ысынында иһә, предприятиелар уларҙы эшләтергә, лайыҡлы эш хаҡы түләргә тейеш. Әҙерлекле белгестәрҙе белем биреү учреждениелары уҡытып сығарырға бурыслы. Йәғни предприятие-ойошмалар беҙгә белгестәргә заявкалар бирә, белем биреү системаһы, ҡыҫҡа ваҡытлы курстарҙамы, махсус белем учреждениеһында булһынмы, уларҙың теләктәрен үтәргә тейеш. Ә властең роле - консолидация. Улар анализларға, статистика булдырырға тейеш", - тине проектты ойоштороусыларҙың береһе, колледж директоры Гөлшат Йомағужина.

Ә проект модераторы Игорь Павлов консолидация, власть, бизнес тармаҡтарының ныҡышмалылығы был мәсьәләне йырып сығырға ярҙам итәсәк, тине.

- Белем биреү тармаҡ түгел, ә өлкә икәнлеген барыбыҙ ҙа аңлайбыҙ. Балаларыбыҙҙың киләсәге "түңәрәк өҫтәл"дә ҡатнашҡандарҙың барыһынан да тора, - тине Игорь Сергеевич.

Компаниялар, бизнес вәкилдәре үҙҙәренең фекерҙәрен белдерҙе, кадрҙар етешмәү сәбәптәрен эҙләне һәм унан сығыу юлдарын тәҡдим итте. Шулай уҡ ҡала һәм райондың ҙур компанияларынан, ә улар "түңәрәк өҫтәл"дә күп булды, уҡыу программаһын берҙәм камиллаштырыу һәм әҙерләү, предприятиеларҙа стажировкалар үтеү, тәжрибәләр менән уртаҡлашыу, тикшеренеү өлкәһендә кооперация булдырыу һәм башҡа бик күп тәҡдимдәр индерелде. Улар уҡыу учреждениелары менән хеҙмәттәшлек итергә, белгестәр әҙерләүҙә ярҙам итергә әҙерлектәрен белдерҙе.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: