+2 °С
Ҡар
Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, һәр муниципалитетта максималь сумма билдәләнә. Ата-әсәләр балаларының мәктәпкәсә учреждениеға йөрөгәне өсөн ошо хаҡты түләргә тейеш.
2022 йылдың 1 ғинуарынан Өфөлә ата-әсә түләүе көнөнә 157 һум була. Юғары хаҡтар Стәрлетамаҡта –150 һум, Октябрьскийҙа – 132, Нефтекамала – 131 күҙәтелә.
Райондар араһында иң ҡиммәт хаҡ - Өфө (153 һум), Яңауыл (140), Иглин (132), Бәләбәй (131), Ишембай (124) райондарында.
Иң түбән хаҡ - Әбйәлил районында, бында бер көн өсөн 102 һум түләргә кәрәк.