Һөнәри оҫталыҡ республика конкурсының «ГАЗ-НЕКСТ» маркалы мәктәп автобусының иң яҡшы водителе» номинацияһында өсөнсө урынға лайыҡ булды.
Ирек Ҡавый улының хеҙмәт стажы — 15 йыл, В, C, D категорияларына эйә. Ишле мәктәбендә ике йыл ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, үҙен яуаплы, тәжрибәле водитель итеп танытты. Мәктәп автобусы водителенең дә эше яуаплы, уҡыусыларҙың мәктәпкә имен-һау барып етеүе өсөн яуап бирә, улар айырым иғтибарға лайыҡ.
Ирек Ғәлиастанов та республика кимәлендә үткән конкурсҡа етди әҙерләнде. Оҫта водитель муниципаль этапта беренсе урынды ала. Республика кимәлендә яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса теоретик һорауҙарға яуап бирә, автодромда автобусты йөрөтөү буйынса оҫталығын күрһәтте.