Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
10 Декабрь 2021, 14:21

16 мәктәп – карантинда

Башҡортостанда грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы буйынса хәл ҡатмарлаша, 55 847 уҡыусы ауырый, 16 мәктәп һәм 900 класс – карантинда.

16 мәктәп – карантинда
16 мәктәп – карантинда

Республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин оператив штаб ултырышында белем биреү учреждениеларында 258 уҡыусыла һәм 65 уҡытыусыла COVID-19 асыҡланыуы хаҡында һөйләне. Уларҙың барыһы ла дауалана. Шул уҡ ваҡытта Мәғариф һәм фән министрлығы Роспотребнадзор белгестәре менән берлектә 31 декабрҙән 16 ғинуарға тиклем дауам иткән оҙайлы яңы йыл каникулдары киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләү күрһәткестәрен кәметергә мөмкинлек бирер тип ышана.

Белем биреү учреждениеларында яңы йыл сараларын үткәреү пландарына килгәндә, мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин балалар баҡсаларында байрам иртәлектәре айырым төркөмдәрҙә генә ойошторолоуын иҫкә төшөрҙө. Ата-әсәләр вакцинация тураһында QR-код йәки коронавирусты үткәреү белешмәһе менән инергә мөмкин.

Мәктәптәрҙә яңы йыл шыршылары айырым кластар өсөн ойошторола. Дөйөм мәктәп байрамдары үткәрелмәй.

24 декабрҙә муниципалитеттарҙа асыҡ һауала уҡыусылар өсөн яңы йыл саралары уҙғарыла, уҡыу алдынғыларына, олимпиада һәм конкурс еңеүселәренә Башҡортостан Башлығы исеменән бүләктәр тапшырыла.

Республика театрҙарында һәм мәҙәниәт йорттарында балалар өсөн яңы йыл тамашаларында ла санитар ҡағиҙәләрҙе үтәү талап ителә. Ләкин мәҙәниәт учреждениелары фойеһында шыршы тирәләй әйлән-бәйлән булмай.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һаулыҡ һаҡлау системаһының яңы йыл байрамдарына әҙерлеген тәьмин итергә, кәрәкле дарыуҙар запасын булдырырға ҡушты.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: