Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
15 Декабрь 2021, 10:54

БДИ-ны тапшырыу көндәре билдәле булды

2022 йылда Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу датаһы билдәле булды.

БДИ-ны тапшырыу көндәре билдәле булды
БДИ-ны тапшырыу көндәре билдәле булды

Сығарылыш уҡыусылары өсөн имтихандар ғәҙәттәгесә уҙғарыла, әгәр коронавирусҡа бәйле хәл ҡатмарлы булһа, төҙәтмәләр индерелеүе мөмкин, тип хәбәр итте «РИА Новости» Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығының матбуғат хеҙмәтенә һылтанма менән.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, имтихандарҙың тәүге тулҡыны — 21 марттан 18 апрелгә тиклем (пандемия осоронда ул ике йыл уҙғарылманы).

Берҙәм дәүләт имтиханының төп осоро 26 майҙан 2 июлгә тиклем билдәләнгән.

Фото: ria.ru

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: