1 декабрҙән Иҙел башының башланғыс класс уҡыусыларына, йылы ашҡа ҡушып, һут, кефир, йогурт һәм емеш-еләк бирелә башланы.
Ҡала мәктәптәрендә туҡланыу сифатын етәкселәр үҙҙәре тикшерҙе. Район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта, мәғариф идаралығы начальнигы Сулпан Уйылданова һәм төп технолог Светлана Ишмырҙина артабан да мәктәп туҡланыуын тикшереп торасаҡ.
Башланғыс кластарҙа уҡыған балалары өсөн ата-әсәләр мәктәптә туҡланыуы өсөн түләмәй, аҡсаны республика ҡаҙнаһы бүлә. Декабрҙә төшкө аш өсөн хаҡтар 70 һумға артты һәм беренсе сменала уҡығандар өсөн 127 һум 43 тин булды. Икенсе смена – 134,23, сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балаларға 191 һум 66 тин тура килә.