Мәғариф
15 Января 2022, 16:17

Каникулдар оҙайтылмай

Каникулдар башҡа оҙайтылмаясаҡ. 17 ғинуарҙа бөтә мәктәп уҡыусылары өсөн ғәҙәти уҡыу режимы башлана. Был хаҡта Республика башлығы Радий Хәбиров коронавирус штабында хәбәр итте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Каникулдар оҙайтылмайКаникулдар оҙайтылмай
Каникулдар оҙайтылмай

Ләкин балаларҙа сир билдәләре асыҡланһа, улар өйҙәренә ҡайтарыласаҡ. Республика етәксеһе әйтеүенсә, донъяла хәл ҡатмарлаша, тимәк беҙгә лә төрлө осраҡтарға әҙер булыу зарур.

Элегерәк вирустың яңы төрө омикрондың балаларға хәүефле булыуы хәбәр ителгәйне. Шуға ла Радий Фәрит улы яңы йыл каникулдарынан һуң мәктәптәрҙе ентекле әҙерләүҙе йөкмәтте. Ул уҡыу кабинеттарында дезинфекция саралары үткәреүҙе һәм медицина инспекторҙарын әҙерләүҙе ҡушты.

Фото: battime.ru

Автор:Эльвира Хамзина