Мәғариф
4 Февраля 2022, 05:37

Студенттар өйҙән уҡыуға күсерелде

Башҡорт дәүләт университеты, Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттары өйҙән уҡыуға күсерелде. Сәбәбе- коронавирустың таралыуы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Студенттар өйҙән уҡыуға күсерелдеСтуденттар өйҙән уҡыуға күсерелде
Студенттар өйҙән уҡыуға күсерелде

Башҡортостандың өс юғары уҡыу йорто коронавирусҡа бәйле хәлдең киҫкенләшеүе арҡаһында студенттарҙы дистантҡа күсерҙе. Һүҙ БДПУ, БДУ һәм БДАУ хаҡында бара. Был турала мәғлүмәт университеттарҙың сайттарында баҫылған.

Башҡорт дәүләт педагогия университетында - 3 февралдән 23-нә, Башҡорт дәүләт университетында 7 февралдән 13-нә тиклем дистант индерелде. 14 февралдән көндөҙгө бүлек студенттары корпуста үткәрелгән дәрестәргә килергә мөмкин (50 һәм унан күберәк кеше уҡыған дәрестәрҙән тыш).

Башҡорт дәүләт аграр университетында дистант 12 февралгәсә дауам итә.

Автор:Эльвира Хамзина