Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
7 Февраль 2022, 16:01

Мәғариф министрлығы ковид менән ауырыған уҡыусылар һанын иғлан итте

Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығының оператив мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн республикала 10,5 меңгә яҡын уҡыусы ковид менән сирләй. 

Мәғариф министрлығы ковид менән ауырыған уҡыусылар һанын иғлан итте
Мәғариф министрлығы ковид менән ауырыған уҡыусылар һанын иғлан итте

Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә мәғариф министры Айбулат Хажин шулай тип белдерҙе.

Хажин әйтеүенсә, уҙған аҙнала коронавирус һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһына бәйле карантинға ябылған мәктәптәр «байтаҡҡа күберәк» ине.

«Беҙҙә 40 мәктәп COVID-19 буйынса карантинда, тағы 219 мәктәп ОРВИ буйынса карантинда булды. Бөгөндән ете көнлөк режим тамамлана. Мәктәптәр ғәҙәти уҡытыу форматына ҡайта башлай. Был аҙнала карантиндағы мәктәптәр һәм кластар һанын кәметеү буйынса ыңғай динамика күҙәтелер тип ышанам», — тине Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: