Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
9 Февраль 2022, 10:10

Белем усаҡтарын ремонтлауға - 4 млрд. һум

Быйыл Башҡортостан “Берҙәм Рәсәй” партияһы, Президент ҡушыуы буйынса, мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау буйынса программала ҡатнаша.

Белем усаҡтарын ремонтлауға - 4 млрд. һум
Белем усаҡтарын ремонтлауға - 4 млрд. һум

Владимир Путин 2021 йылдың йәйендә “Берҙәм Рәсәй” партияһы съезында алдағы биш йылға мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау программаһын булдырырға ҡушҡайны.

“Берҙәм Рәсәй” һәм Мәғариф министрлығы мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау программаһын координациялау өсөн Рәсәй Йәмәғәт палатаһы ҡатнашлығында федераль йәмәғәт штабы булдырҙы. Унда йәмәғәтселек вәкилдәре, уҡыусылар, уҡытыусылар, ата-әсәләр берләшмәһе, “Оло тәнәфес”тә еңеүселәр һәм ҡатнашыусылар инде. Бынан тыш, һәр төбәктә партия, Рәсәй уҡыусылары хәрәкәте вәкилдәре, “Оло тәнәфес” конкурсы еңеүселәре, уҡытыусылар, ата-әсәләр берләшмәһе, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре менән бергә төбәк штабтары ойошторолған, улар шулай уҡ программаны тормошҡа ашырыу этаптарын – ремонт проектынан, экспертизалар үткәреүҙән алып эштәрҙе ҡабул итеүгә тиклем – күҙәтеп барасаҡ. 

Яңы йылдан белем биреү учреждениеларына капиталь ремонт башланған. Президент ҡушыуы буйынса биш йылда ете меңдән ашыу бинаны тәртипкә килтереү планлаштырыла. Хөкүмәт Рәсәйҙең 80 субъектына алдағы ике йылға бындай маҡсаттарға субсидиялар бүлеү тураһында бойороҡ әҙерләгән. Барлығы 92 млрд һум самаһы йүнәлтеләсәк, һәм был средстволар иҫәбенә ике меңдән ашыу мәктәп яңыртыласаҡ.

Өфө районының Авдон урта мәктәбендә эш төркөмөнөң күсмә кәңәшмәһе үтте, унда “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров, “Яңы мәктәп” партия проекты кураторы Раил Әсәҙуллин, район хакимиәте, БР Мәғариф һәм фән министрлығы вәкилдәре, мәктәп коллективы һәм ата-әсәләр ҡатнашты. Осрашыуҙа уҡыу кабинеттарын, спорт залын, китапхананы, башланғыс кластар корпусын ҡарап сыҡтылар.

- 1979 йылда төҙөлгән мәктәп, капиталь ремонт бер тапҡыр ҙа эшләнмәгән. Шуға күрә беҙҙең белем биреү учреждениеһына капиталь ремонт кәрәк.  Проект сиктәрендә ҡыйыҡ, иҙән алмаштырыласаҡ, кабинеттар тулыһынса яңыртыласаҡ. Эштәр бик күп, барыһы ла яңы уҡыу йылына тиклем тамамланыр тип ышанабыҙ, - тине Авдон урта мәктәбе директоры Әлфирә Йәнгирова. 

Авдон мәктәбе төҙөлөш-монтаж эштәренә 80 миллион һум самаһы, мәктәпте йыһазландырыуға өҫтәмә рәүештә 6 миллион һум аласаҡ, тип билдәләне Раил Әсәҙуллин.

- Беҙҙең белем биреү учреждениеларында ҙур эш башҡарыла. Тәү сиратта был эштәрҙе башҡарыу ваҡытын контролдә тоторға тейешбеҙ, бының өсөн капиталь ремонт программаһына ингән һәр мәктәпкә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары беркетелгән. Дөйөм тырышлыҡ менән яҡшы һөҙөмтәләр күрербеҙ, һәм балалар заманса шарттарҙа уҡый алыр тип ышанам, – тине Раил Әсәҙуллин.

Алдағы биш йылда Башҡортостанда мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау программаһында 365 уҡыу йорто ҡатнаша, шуларҙың 103-ө быйыл уҡ ремонтланасаҡ.

- Федераль бюджеттан финанслау күләме буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә өсөнсө урынды биләй – алдағы ике йылға дүрт миллиард һумдан ашыу бүленә, – тине Рөстәм Әхмәҙинуров. – Капиталь ремонттан тыш, республика бюджетынан мәктәп биләмәһен төҙөкләндереүгә, яңы дәреслектәр һатып алыуға аҡса ҡаралған, ә бөтә уҡытыусыларға квалификацияны күтәреү курстарын үтергә кәрәк буласаҡ. Программа комплекслы тормошҡа ашырыласаҡ һәм ремонт менән генә сикләнеп ҡалмаясаҡ.

Киләһе аҙнала “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Яңы мәктәп” проекты сиктәрендә фекер уртаҡлашыу өсөн мәктәп директорҙары менән берлектә капиталь ремонт программаһына индерелгән белем биреү учреждениеларына барыу күҙаллана.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, алдағы биш йылға мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау программаһын Президент Владимир Путин 19 июндә “Берҙәм Рәсәй” съезында эшләргә ҡушҡайны. Уны тормошҡа ашырыу партияның халыҡ программаһында нығытылған. “Берҙәм Рәсәй”ҙең мәғариф һәм фән буйынса комиссияһы башлығы тәҡдиме буйынса мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау программаһын комплекслы итеп эшләргә: биналарҙы ремонтларға ғына түгел, ә уларҙы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырырға ла ҡарар ителде. Июль аҙағында партия Мәғариф министрлығы етәкселегенә капиталь ремонтҡа мохтаж 7,2 меңдән ашыу мәктәптән торған реестр тапшырҙы. Эштәрҙең бөтә этаптарын – проекттан алып төбәктәрҙә ҡабул итеүгә тиклем –партия бүлексәләре ведомство һәм ата-әсәләр берләшмәһе менән берлектә ойошторған эшсе төркөмдәр контролдә тота. Һәр объектҡа “Берҙәм Рәсәй”ҙән бөтә кимәлдәге депутаттар һәм сенаторҙар беркетелгән.

Фото: "Берҙәм Рәсәй". 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: