Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
11 Март 2022, 13:33

"Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл уҡытыусыһы» конкурсы еңеүселәре билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа «Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл уҡытыусыһы» республика һөнәри конкурсының еңеүселәре билдәле булды.   

"Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл уҡытыусыһы»   конкурсы еңеүселәре билдәле булды
"Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл уҡытыусыһы» конкурсы еңеүселәре билдәле булды

Бәйге иң яҡшы белем биреү хеҙмәткәрҙәрен асыҡлау, уларға ярҙам итеү һәм дәртләндереү маҡсатында уҙғарыла. Быйылдан, әлеге һөнәри конкурсҡа ярашлы, беренсе тапҡыр «Туған телдә уҡытыу ойошторолған мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы» конкурсы ла ойошторолдо. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларының 97 педагогы оҫталыҡ бәйгеһендә ҡатнашып, еңеүсе исемен алыу өсөн көс һынашты. Беренсе һәм икенсе тур йомғаҡтары буйынса дөйөм рейтингта иң күп балл йыйған һәр конкурс буйынса 15 лидер конкурс финалында еңеүсе исеме өсөн көрәште.

Шулай итеп, «Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл уҡытыусыһы» конкурсында Мәләүез районының 16-сы  «Миләш» балалар баҡсаһынан Гүзәл Ҡараҙбаева еңеүсе тип танылды, ул көҙгөһөн Ярославль өлкәһендә уҙасаҡ «Рәсәйҙең йыл тәрбиәсеһе» Бөтә Рәсәй һөнәри конкурсында республика намыҫын яҡлаясаҡ. «Туған телдә уҡытыу ойошторолған мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы» бәйгеһендә Дыуан районы Мәсәғүттәге 2-се балалар баҡсаһынан Юлиә Фәтҡуллина «иң-иңе» булды.

«Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреүсе ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы» республика һөнәри конкурсында Иҙел башы намыҫын ҡаланың 25-се "Тирмәкәй" башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Эльвира Рамазанова яҡланы һәм лауреат булды. 

Эльвира Марат ҡыҙына артабан да уңыштар теләйбеҙ һәм ҡотлайбыҙ! 

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: