Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
18 Апрель 2022, 16:32

Мәктәптәрҙә Рәсәй флагы күтәрелә башлай

Башҡортостан мәктәптәрендә аҙна һайын Рәсәй флагын күтәрә башлайҙар.

Мәктәптәрҙә Рәсәй флагы күтәрелә башлай
Мәктәптәрҙә Рәсәй флагы күтәрелә башлай

Радий Хәбиров үҙенең хакимиәтенә май байрамдарынан һуң уҡ флаг күтәреү тантаналарын башлау өсөн дәүләт символдары менән эшләү мәсьәләһен ентекле өйрәнергә ҡушты.

 «Тәҡдимдәр әҙерләү өсөн һеҙгә бер аҙна ваҡыт бирәм, бының мәктәп линейкалары йәки башҡа саралар булыуы мөмкин. Уҡыусыларҙы, балаларыбыҙҙы дәүләт символдарын хөрмәт итергә өйрәтергә кәрәк», — тине Радий Хәбиров.

Бынан алда Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы уҡыусыларға патриотик тәрбиә биреү сиктәрендә аҙна һайын флаг күтәреү тәжрибәһен индереү өсөн илдең барлыҡ мәктәптәрен дәүләт символикаһы менән тәьмин итеү тураһында белдергәйне.

Фото:ryazpressa.ru

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: