Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
19 Апрель 2022, 15:12

Уҡыусылар тарихты I кластан өйрәнә башлай

Рәсәй уҡыусылары тарихты 1 кластан өйрәнә башлай. Илдең мәғариф министры Сергей Кравцов ошо турала белдерҙе.

Уҡыусылар тарихты I кластан өйрәнә башлай
Уҡыусылар тарихты I кластан өйрәнә башлай

«Тарихи хәтерҙе һаҡлау өсөн барыһын да эшләрбеҙ. Мәктәптәрҙә тарихи белем биреүҙе беренсе кластан уҡ башларға тигән ҡарар ҡабул иттем», —  тине Кравцов «Хәҡиҡәттә — көс!» бөтә Рәсәй мәктәп тарихи форумында.

Хәҙерге ваҡытта мәктәптәрҙә был  фән бишенсе кластан өйрәнелә.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: