Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
22 Апрель 2022, 17:20

Яҡташыбыҙҙы хѳрмәтләп

Ошо кѳндәрҙә лицей-интернатта тағы бер күркәм сара үтте. Уҡыу йортоноң башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетына яҡташыбыҙ, башҡорт шағирәһе, һәләтле публицист, билдәле прозаик, тәржемәсе һәм йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы Ситдиҡованың исеме бирелде.

Ҡаланың муниципаль лицей-интернатында элек-электән ошо уҡыу йортонда белем  алған  уҡыусыларға милли традицияларыбыҙҙы, ғѳрѳф-ғәҙәттәребеҙҙе белергә,  һаҡларға, мәҙәниәтебеҙҙе, әҙәбиәтебеҙҙе яратырға, Башҡортостаныбыҙҙың, районыбыҙҙың күренекле шәхестәрен, яҙыусыларҙы, шағирҙарҙы  белеп үҫһендәр ѳсѳн ҙур тәрбиәүи эштәр алып барыла. Лицей-интернат уҡытыусылары, тәрбиәселәре тарафынан уҡыусылар күңеленә бар яҡтан да илһѳйәрлек тәрбиәһе бирелә, балалар рухи яҡтан үҫтерелә, башҡорт теленә ҡарата  һѳйѳү тәрбиәләнә. Мәҙәни яҡтан да балалар менән ҙур эштәр алып башҡарыла. Белем биреү менән бер рәттән уҡыусылар мәҙәни яҡтан да үҫә. Балалар йырларға, бейергә, тѳрлѳ музыка ҡоралдарында уйнарға, бер-нисә телдә аралашырға, йәмғиәттә үҙҙәрен тоторға ѳйрәнә, тѳрлѳ баҙнатһыҙлыҡ комплекстарынан арына. 
Уҡыусылар әҙәбиәт донъяһын да яҡшы белә, ѳйрәнә. Йыш ҡына лицей-интернатта яҙыусылар, шағирҙар менән осрашыуҙар үткәрелә һәм уларҙың әҫәрҙәре менән танышып барырға мѳмкинлек тыуҙырыла. Уҡыу йортонда белем алған Белорет, Әбйәлил, Бѳрйән, Учалы райондары балаларының күңеленә  кескәйҙән тарихыбыҙға, оло быуынға, билдәле шәхестәребеҙгә ҡарата ихтирамлы ҡараш тәрбиәләнә, үҙҙәренең туған телдәренә ҡарата ғорурлыҡ үҫтерелә.
Ошо кѳндәрҙә лицей-интернатта тағы бер күркәм сара үтте. Уҡыу йортоноң башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетына яҡташыбыҙ, башҡорт шағирәһе, һәләтле публицист, билдәле прозаик,  тәржемәсе һәм йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы Ситдиҡованың исеме бирелде. 
Сарала  мәғариф бүлеге етәксеһе Сулпан  Уйылданова, ҡала мәғариф бүлегенең башҡорт теле буйынса методисы  Лариса Әхмәтшина, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат хеҙмәткәре,  "Урал" гәзитенең баш мөхәррире Сатура  Минһажитдинова, Сабир Шәрипов исемендәге "Иҙел башы" яҙыусылар ойошмаһы ағзаһы, яҙыусы Мансур Һиҙиәтов ҡатнашты.
Ҡунаҡтарҙы ҡаршы алған лицей-интернат директоры Гѳлнара Зәйнетдинова иң тәүҙә  уҡыу йортоноң сағыу биҙәге, уның тарихы тупланған, башҡорт халҡының бай традициялары, ғѳрѳф-ғәҙәттәре, боронғоһо сағылған һәм һаҡланған бай экспонатлы музейҙы күрһәтеүҙән  башлап ебәрҙе. Тәнзилә  Вәлитова музей асылғандан башлап уның тарихына ҡағылышлы бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бирҙе,  экспонаттарҙы нисек һәм ҡайҙан йыйыуҙары тураһында бәйән итте.  
Артабан ҡунаҡтарҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты янында уҡыусылар кѳтә ине. Кабинетҡа Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы Ситдиҡованың исем-шәрифтәре яҙылған табличканы лицей-интернаттың яҡшы билдәләргә уҡыған, башҡорт теле буйынса  олимпиадаларҙа ҡатнашып еңеүсе урындарҙы яулаған уҡыусыһы Айһылыу Зәйтүнова беркеткәндән һуң,  Гүзәл Ситдиҡова үҙенең ижады тураһында һѳйләне һәм килтергән бай бүләге - китаптарын тапшырҙы. 
Заманса йыһазландырылған башҡорт теле кабинеты менән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльза Сѳләймәнова таныштырҙы.

- Дәрестәрҙә беҙ электрон дәреслектәр менән эшләйбеҙ, куар код ҡулланабыҙ, халыҡ ижады ла ингән, тѳрлѳ сығанаҡтарҙы, буклеттарҙы файҙаланабыҙ. Википедия менән дә эшләй уҡыусылар. Башҡорт телен замана теле, иң модалы тел иҫәбенә индереү, уны популярлаштырыу ѳҫтѳндә эшләйбеҙ. Быйыл башҡорт теле буйынса республика конкурсында ла уҡыусыларыбыҙ еңеп ҡайтты. Дәрестән һуң кабинетта "Сатҡылар" әҙәби түңәрәге эшләй, балалар ижад эштәре менән шѳғѳлләнә, гәзит сығара, балалар ѳсѳн сыҡҡан милли матбуғат менән таныша,
тине Эльза Ғафур ҡыҙы.

Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы: 

- Ошондай ҙур хѳрмәт күрһәткәнегеҙ, тәҡдим яһағанығыҙ ѳсѳн рәхмәт әйтәм. Шунда уҡ ҡына риза булманым, сѳнки беҙҙең райондан сыҡҡан яҙыусылар күп һәм уларҙың әҫәрҙәрен дә халыҡ яратып уҡый. Минең мәктәп-интернатта эшләп китеүем дә сәбәпсе булғандыр тип, ғаиләм менән кәңәшләшкәндән һуң, был тәҡдимгә ризалыҡ бирҙем. Мин 1952 йылдың 10 июнендә Инйәр ауылында уҡытыусы ғаиләһендә донъяға килгәнмен. Атайым тѳрлѳ ауылдарҙа мәктәп директоры булып эшләне, ә беҙ уның артынан күсеп йѳрѳнѳк. Йѳйәк ауылында һигеҙенсе класты тамамлағас, Белорет педагогия училищеһына уҡырға индем. Үҙемдең хеҙмәт юлымды 1971 йылда Белорет республика мәктәп-интернатында тәрбиәсе булып башлап ебәрҙем. Шунан һуң китапханаға эшкә күстем. Китапханала эшләгән ваҡытта "Урал" гәзитенә яҙыша башланым. Урындағы радиола диктор, радиохәбәрсе булып эшләнем. Һуңынан гәзиткә эшкә күстем. Мѳхәррир вазифаһына тиклем үрләнем һәм мине яҡташтарым Юғары Советҡа депутатлыҡҡа тәҡдим иттеләр. Башҡорт АССР-ы ХII саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты (1991-1995) эшен башҡарҙым. Эшемдән айырылмай ғына бер саҡырылышты депутат булып эшләп йѳрѳнѳм. Артабан Дәүләт-Йыйылышы Ҡоролтай барлыҡҡа килгәс, беренсе саҡырылышына депутат итеп мине яңынан күрһәттеләр һәм Ѳфѳгә күсеп китергә тура килде. Башҡортостан Республикаһының I-III саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты (1995-2008) итеп яҡташтарым ѳс саҡырылыш депутат итеп һайланы. Беҙҙең тѳп эшебеҙ - закондар әҙерләү, ҡабул итеү, сығарыу булды. Хаҡлы ялға сыҡҡас, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте рәйесе эшен алып барҙым. Википедияла яҙыша башланым, социаль тѳркѳмдәрҙә башҡортса тѳркѳмдәр астым. Ун йылдан ашыу инде йәмәғәт башланғысында шул эштәр менән шѳғѳлләндем. Телебеҙгә, милләтебеҙгә файҙам тейһен, телебеҙҙе пропагандалау, тарихыбыҙҙы күрһәтеү ѳсѳн, бигерәк тә топонимикаға бәйле мәҡәләләр эҙләп, яҙып, шул эшемде дауам итәм. Мәктәптәрҙә башҡорт теле кабинеттарына китаптар ғына түгел, аудио, видео материалдар ҙа кәрәк. Бында Яҙыусылар союзынан бүтән яҙыусыларҙы ла ылыҡтыра алырмын, иғтибарҙы бында күберәк йүнәлтербеҙ тип уйлайым. Әлегә башлап мин үҙемдең китаптарымды алып килдем,
тине Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы.

Лицей - интернат уҡыусылары ҡунаҡтарға  матур, йѳкмәткеле  концерт күрһәтте. Уҡыусылар Гүзәл Рамаҙан ҡыҙының шиғырҙарын ятланы һәм уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙар башҡарҙы. Концерт барышында ҡунаҡтар ҙа телмәр тотто. 
Лицей-интернат  мәктәбе уҡыусылары, уҡытыусылар, тәрбиәселәр коллективы был кѳнгә ныҡлы әҙерләнгән. Билдәле яҡташыбыҙ, бихисап наградаларға, исемдәргә эйә булған, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гүзәл Ситдиҡованың ошо сарала ҡатнашыуы, уҡыусылар менән осрашыуы, йәнле һѳйләшеү алып барыуы тантанаға мәртәбә ѳҫтәне. 

Автор:Сатура Мингажитдинова
Читайте нас: