Мәғариф
24 Апреля 2022, 05:58

Республика етәксеһенә диктант яҙыу еңел бирелмәгән

Республика етәксеһе Радий Хәбиров та башҡорт теленән диктант яҙҙы. Радий Фәрит улы саранан һуң тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

Республика етәксеһенә диктант яҙыу еңел бирелмәгәнРеспублика етәксеһенә диктант яҙыу еңел бирелмәгән
Республика етәксеһенә диктант яҙыу еңел бирелмәгән

"Башҡорт теленән диктант еңел бирелмәне. Ләкин мин тырышам, туған телемде юғалтырға теләмәйем.

Туған телде уҡытыу заманса уҡытыу алымдарына нигеҙләнһен өсөн барыһын да эшләйбеҙ. Был осраҡта бер ҡасан да мәжбүрләү булмаһын, сөнки тап мәжбүр итеү кире һөҙөмтә бирә.

Ә кеше туған телен өйрәнергә ынтылһын өсөн шарттар, яҡшы методик һәм техник программалар, иң мөһиме, йәмғиәттә ошо юҫыҡта мәҙәнилек булдырырға кәрәк. Туған телдә һөйләшергә оялмау һәм шул уҡ ваҡытта республикабыҙҙа ғына йөҙләгән телдә һөйләшкән кешеләрҙе хөрмәт итеү зарур", – тине Радий Фәрит улы.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас