Мәғариф
17 Мая 2022, 09:17

Балалар ялы өсөн кешбэк алырға мөмкин

Башҡортостандың 58 йәйге лагерында һәм өс шифаханаһында балалар өсөн йәйге ял программаһы буйынса кешбэк алырға мөмкин.

Добавить в предпочтительные источники Google
Балалар  ялы өсөн кешбэк алырға мөмкинБалалар  ялы өсөн кешбэк алырға мөмкин
Балалар ялы өсөн кешбэк алырға мөмкин

Был турала БСТ каналындағы махсус брифингта республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов белдерҙе.

«Юлламалар туроператорҙар, мирпутешествий.рф системаһы йәки агрегаторҙар аша түләнә», — тине ул.

Төп шарт — балалар ялы өсөн «Мир» картаһы менән түләү, тип белдерҙе министр.
«Был мотлаҡ шарт, юллама хаҡын түләгәндә тап ошо түләү системаһын файҙаланырға кәрәк. Балалар лагерҙары ла был программала ҡатнашырға тейеш. Федераль программа буйынса аҡсаның 50% кире ҡайтарырға мөмкин, ләкин 20 000 һумдан артыҡ түгел», — тип билдәләне Рөстәм Афзалов.

Автор:Эльвира Хамзина