Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
18 Май 2022, 14:54

Аҡ юл һеҙгә, ҡыҙҙар, егеттәр!

Күҙ асып йомған арала уҡыу йылы аҙағына ла яҡынлашты. Сығарылыш класс уҡыусылары өсөн иң тулҡынландырғыс, иҫтәлекле мәл - мәктәптәрҙә һуңғы ҡыңғырауҙар яңғырай.

Аҡ юл һеҙгә, ҡыҙҙар, егеттәр!
Аҡ юл һеҙгә, ҡыҙҙар, егеттәр!

Белорет районы һәм ҡалаһы мәктәптәрен быйыл 1100-ҙән ашыу - IX һәм 482 XI класс уҡыусыһы тамамлай. Шул иҫәптән, 40-тан ашыу сығарылыш класс уҡыусыһы белем эстәүҙә күрһәткән уңыштары өсөн миҙалға дәғүә итә.
Ғөмүмән, йыл йомғаҡтары буйынса, уҡыу-уҡытыу йәһәтенән муниципаль район һәр ваҡыттағыса алдынғылар рәтендә. 2021-2022 уҡыу йылында 48 уҡыусы Бөтөн Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабында ҡатнашҡан, шуларҙың 20-һе еңеүсе һәм призер булған.
Үҙ сиратыбыҙҙа, мәктәп менән хушлашырға торған егет-ҡыҙҙарға өмөт-хыялдарының, изге маҡсаттарының тормошҡа ашыуын, күңел талабын ҡәнәғәтләндерерҙәй шөғөл-һөнәрҙәргә эйә булып, үҙ юлдарын табыуын теләйбеҙ!
Нәркәс СӨЛӘЙМӘНОВА.
Рәсимә СӘЛИХОВА фотоһы.

Һүрәттә: Ҡаланың 16-сы мәктәбенең IX “а” һәм “б” класы уҡыусылары өсөн дә һуңғы ҡыңғырау яңғыраны.

 

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: