Был көндө мәктәп тамамлаусылар символик рәүештә мәктәп менән хушлаша. Алда — мөһим имтихандар, онотолмаҫ сығарылыш кисәһе.
Өфөлә генә бөгөн 119 дөйөм белем биреү ойошмаларының 4853 XI класс уҡыусыһы өсөн һуңғы ҡыңғырау яңғырай.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Торатау» конгресс-холының түбәнге майҙансығында көндөҙгө сәғәт 2-лә мәктәп тамамлаусылар, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр өсөн ҡала байрамы башлана. Программала – вальс бейеү, бейеү флешмобы, баш ҡала мәктәптәре уҡытыусылары хоры, уҡыусыларҙың ижади номерҙары һәм ата-әсәләрҙең ҡотлауы.
26 майҙа уҡ ун беренселәр берҙәм дәүләт имтиханын тапшыра башлай, һынауҙар 2 июлгә тиклем дауам итә.