+1 °С
Болотло
Кескәйҙәрҙең, тәрбиәселәрҙең сығыштары һоҡланғыс булды. Йыр-бейеү, нәфис һүҙ менән оҙатылып барған тамаша һәр кемдең күңеленә хуш килде. Балалар үҙҙәренең баҡсала алған белемдәрен, һөнәрҙәрен дә күрһәтте. Һәр сығышты ағинәйҙәр ҙә кинәнеп ҡарап ултырҙылар. Тәрбиәселәр, ата- әсәләр, ағинәйҙәр балаларҙы ҡотлап иң изге теләктәрен еткерҙеләр һәм бүләктәр тапшырҙылар. Байрам ата- әсәләр һәм ағинәйҙәр килтергән күстәнәстәр менән күңелле итеп сәй эсеү менән тамамланды. Сығарылыш иртәлеге бөтәһенә лә бик оҡшаны.