Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
9 Июнь 2022, 16:40

Балалар кешбэгы буйынса юлламалар һатыу тамамлана

Юл хаҡының 50 процентына тиклемен компенсациялау программаһы буйынса балалар лагерҙарына юлламалар һатыу 15 июндә тамамлана, тип хәбәр иттеләр Туризм буйынса федераль агентлыҡтан.

Балалар кешбэгы буйынса юлламалар һатыу тамамлана
Балалар кешбэгы буйынса юлламалар һатыу тамамлана
«Йәйгә юлламаларҙың күбеһе һатылған, шуға күрә бер аҙнанан, йәғни 14 июндән 15-нә ҡарай төндә, программа буйынса юлламалар һатыуҙы тамамлайбыҙ», – тине Туризм буйынса федераль агентлыҡ (Ростуризм) башлығы Зарина Догузова.

Быйыл балалар өсөн кешбэк менән юллама һатып алған Рәсәй граждандарының һаны 2021 йыл менән сағыштырғанда икеләтә артҡан, тип өҫтәне ул. Зарина Догузова һүҙҙәренсә, программала ҡатнашҡан лагерҙар 90 проценттан ашыуға тулған, май аҙағына, июнь башына тиклем программа буйынса 550 меңдән ашыу путевка һатып алынған. Быйыл программала лагерҙар 1,5 тапҡырға күберәк – яҡынса 2,1 мең ойошма (был илдәге бөтә балалар лагерҙарының 80 проценты) ҡатнаша.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: