Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
10 Июнь 2022, 17:08

Хәрби сафта йыр менән

Мәктәп уҡыу күнекмәләре - Х класс программаһына ингән «Тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре» дәресенең практик өлөшө. Унынсылар өсөн уҡыу-хәрби күнекмәләр — ул оборона өлкәһендә белем алыу.

Хәрби сафта йыр менән
Хәрби сафта йыр менән

Белорет лицей-интернаты базаһында өс көн дауамында үҫмерҙәр строевой, тактик, физик, хәрби-медицина әҙерлектәрен тикшерҙе. Армия хеҙмәте һәм тәртибе менән танышты.

Автоматты һүтеп-йыйыу, граната ырғытыу һәм башҡа спорт күнекмәләрендә ҡатнашып, әҙерлектәрен күрһәтте.

Мәктәп күнекмәләрен ябыу тантанаһында муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары Иван Лавренов үҙҙәрен етеҙлектә, мәргәнлектә күрһәткән үҫмерҙәрҙе һәм взводтарҙы Грамоталар менән бүләкләне.

Тулыраҡ гәзиттең киләһе һанында.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: