+1 °С
Болотло
«Бөгөн мин мәктәптәрҙә илебеҙҙең дәүләт флагын күтәреү тантанаһы стандарттарына ҡул ҡуйҙым. Был стандарт Рәсәй Президенты ҡарамағындағы геральдик совет рәйесе менән килешелде. Унда илебеҙҙең флагын күтәреү тантанаһын уҙғарыу, флагын, гербын ҡуйыу тәртибе һүрәтләнә», — тип хәбәр итте министр.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, киләһе уҡыу йылының 1 сентябренән һәр мәктәптә аҙна башында дәүләт гимны башҡарыла һәм флаг күтәрелә. Был традиция үҫеп килгән йәш быуында илһөйәрлек һәм гражданлыҡ тойғоһон тәрбиәләүгә ярҙам итергә тейеш.