Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
13 Июль 2022, 20:00

Ике юғары уҡыу йорто ҡушылды

Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты базаһында яңы юғары уҡыу йорто асыла. Ул Өфө фән һәм технологиялар университеты тип аталасаҡ.

Ике юғары уҡыу йорто ҡушылды
Ике юғары уҡыу йорто ҡушылды

Ошо хаҡтағы бойороҡҡа Рәсәй фән һәм юғары белем биреү министры Валерий Фальков ҡул ҡуйҙы. 

“Өфө университетын ойоштороусының функцияларын, вәкәләттәрен Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем министрлығы тормошҡа ашырыуын билдәләргә. Өфө университеты эшмәкәрлегенең маҡсаты – юғары һәм өҫтәмә һөнәри белем биреү программалары буйынса белем биреү эшмәкәрлеген бойомға ашырыу, шулай уҡ ғилми эшмәкәрлек алып барыу”, - тиелә документта.

Башҡортостанға эш сәфәре барышында Рәсәй фән һәм юғары белем биреү министры урынбаҫары Дмитрий Афанасьев яңы юғары уҡыу йортон булдырыу башланғысы менән төбәк етәкселеге сығыш яһауы, был тәҡдимдең Фән һәм юғары белем биреү министрлығы тарафынан хуплау табыуы тураһында белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, Башҡортостандың фән һәм юғары белем биреү системаһындағы потенциал тупланыуҙы, киңерәк танылыуҙы талап итә. Юғары уҡыу йортоноң “Өҫтөнлөк 2030”, шулай уҡ министрлыҡтың башҡа программаларында ҡатнашыуы ла быға булышлыҡ итәсәк.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, ике юғары уҡыу йортон берләштереү төбәктә, илдә яңы ҡеүәтле ғилми фекер булдырасаҡ, белем биреү, технологиялар үҫешенә юл һаласаҡ, тип билдәләне.

БДУ-ның һәм ӨДАТУ-ның Бөрө, Нефтекама, Сибай, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Күмертау ҡалаларындағы филиалдары, бойороҡҡа ярашлы, Өфө фән һәм технологиялар университетының филиалдарына әйләнә. 

Юғары уҡыу йорто етәксеһе 2022 йылдың 1 сентябренән дә һуңға ҡалмайынса тәғәйенләнә, яңы университеттың уставы яңы уҡыу йылы башланғансы раҫланасаҡ.

Фото: “Башинформ” агентлығы.

Автор: Эльвира Хамзина
Читайте нас