Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
16 Август 2022, 08:11

"Бөгөн мәктәптең төп бурыстарының береһе – илһөйәрлек тәрбиәһе биреү"

Радий Хәбиров «Глобаль (геосәйәси) саҡырыуҙар шарттарында берҙәм мәғариф киңлеге» республика август кәңәшмәһенең пленар ултырышында ҡатнашты.

"Бөгөн мәктәптең төп бурыстарының береһе – илһөйәрлек тәрбиәһе биреү"
"Бөгөн мәктәптең төп бурыстарының береһе – илһөйәрлек тәрбиәһе биреү"

Быйылғы беренсе сентябрь элеккеләренән айырыла, беҙ икенсе ысынбарлыҡта йәшәйбеҙ, тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мәғариф буйынса «Глобаль (геосәйәси) саҡырыуҙар шарттарында берҙәм мәғариф киңлеге» республика август кәңәшмәһенең пленар ултырышында. Бөгөн илебеҙ ҡот осҡос санкциялар баҫымы аҫтында, тип билдәләне республика етәксеһе.

«Башҡортостан хәрбиҙәренең махсус хәрби операция барышында нисек лайыҡлы эш итеүен, Донбасты, Ватаныбыҙҙы ҡыйыу рәүештә яҡлауын беләһегеҙ. Ә бит улар – һеҙҙең уҡыусыларығыҙ. Бөгөн мәктәптең төп бурыстарының береһе – илһөйәрлек тәрбиәһе биреү. Беҙ мәғариф системаһын әхлаҡи һәм кешелек ҡиммәттәренә таянып төҙөй алабыҙ», – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Егеттәребеҙ араһында хәрби бурысын аҙағынаса үтәп, ҡулдарына ҡорал тотоп һәләк булыусылар бар, тине республика етәксеһе. Прапорщик Тамерлан Илһамовҡа һәм өлкән лейтенант Максим Серафимовҡа үлгәндән һуң Рәсәй Федерацияһы Геройы тигән юғары исем бирелде, күп яугирҙәребеҙ Батырлыҡ ордены менән бүләкләнде.

«Петровское ҡалаһының Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөткән 22-се мәктәбен тергеҙеү менән шөғөлләнәбеҙ. Беҙҙең белгестәр уҡыу йылы хәҙер инде Рәсәй мәғариф стандарттары буйынса яңыртылған һәм йыһазландырылған кабинеттарҙа башланһын өсөн эштәрҙе ваҡытында тамамларға тырыша. Әйткәндәй, был мәктәп бер ҡасан да ремонтланмаған, бөтә эштәр Башҡортостан сода компанияһы иҫәбенә алып барыла», – тине Радий Хәбиров һәм Башҡортостан сода компанияһының генераль директоры Эдуард Давыдовҡа Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хатын тапшырҙы.

Республика Башлығы мәғариф системаһы хеҙмәткәрҙәренә Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы, педагогтар араһында төбәк-ара һәм республика конкурстары еңеүселәрен, лауреаттарын бүләкләне.

Радий Хәбиров уҡытыусыларға уңышлы уҡыу йылы һәм яңы ҡаҙаныштар теләне.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: