Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
23 Август 2022, 14:47

Белем «Кәрәҙ»ен тултырыусылар

Августа Сибай ҡалаһында "Кәрәҙ" икенсе республика педагогик марафоны үтте. Марафонда республиканың көньяҡ төбәктәре - Баймаҡ, Межгорье, Учалы, Сибай ҡалалары һәм Белорет, Хәйбулла, Йылайыр, Күгәрсен, Ейәнсәра, Бөрйән райондарының йыйылма командалары ҡатнашты.

Белем «Кәрәҙ»ен тултырыусылар
Белем «Кәрәҙ»ен тултырыусылар

Икенсе тапҡыр үткәрелгән мәртәбәле марафонда Иҙел башы йыйылма командаһы ла сығыш яһаны. «Йыл уҡытыусыһы» конкурсының муниципаль этабы еңеүселәре - 17-се гимназияның инглиз теле уҡытыусыһы Ирина Аверьянова, шул уҡ белем усағының тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәндәре уҡытыусыһы Иван Разин, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәзимә Мостафина, 18-се мәктәптең тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары Айгөл Еремеева, 16-сы мәктәптең математикә һәм астрономия уҡытыусыһы Алексей Шарабуряк район намыҫын лайыҡлы яҡланы. Ҡуйған маҡсаттарға ирешергә команданың остазы, Белорет районы мәғариф идаралығының мәғлүмәти-методик бүлек начальнигы Нелля Польщикова һәм кураторы, идаралыҡтың бүлек методисы Дарья Баландина ярҙам итте һәм йүнәлеш бирҙе.
Brain-puzzle “Кәрәҙ” - иң яҡшы педагогик тәжрибәләрҙе таратыуға, артабан үҫтереүгә, “Башҡортостан йыл уҡытыусыһы” бәйгеһен популярлаштырыуға йүнәлтелгән биш белем һәм тәрбиә биреү майҙаны ул. Бында төрлө йылдарҙа «Йыл уҡытыусыһы» республика конкурстарында еңгән уҡытыусыларҙың сығыштары ҡыҙыҡлы булды.

Уҡытыусылар төрлө майҙансыҡтарҙа уҙғарылған конкурстарҙа көстәрен һынаны, тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Ярыш педагогик интеллект-шоу һәм команданың ижади презентацияһынан торҙо. Ә иң мөһиме — тәжрибә, идеялар, тәьҫораттар менән уртаҡлашыу.

Марафондың төп маҡсаты - белем биреү системаһының үҫешенә булышлыҡ иткән педагогтар ойошмаларын төҙөү һәм уларҙың эшмәкәрлектәрен әүҙемләштереү. Педагогик йәмғиәттә кәрәкле яңы һөнәри-педагогик компетенцияларҙы популярлаштырыуға, педагогикала, белем биреүҙә һәм остазлыҡ үҫешендә көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелгән.

«Кәрәҙ” икенсе республика педагогик марафонының икенсе майҙансығының эш һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәр һәм призерҙар билдәләнде. Сибай уҡытыусылары командаһы еңеү яуланы. Сибай Урал аръяғының педагогик баш ҡала статусын ныҡлы тота. Белорет командаһы - II, Межгорье командаһы III урын яуланы.

Рәзимә МОСТАФИНА, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы:

- Эшемде, һайлаған һөнәремде яратам. Бөгөнгө көн уҡытыусынан ғибарәт булғанын барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Беҙ бөгөн иртәгәһе көндә илебеҙҙең киләсәген булдырыусыларҙы уҡытабыҙ. Уҡыусылар педагогтың таҡта алдында тороп белем биргәнен генә түгел, ә ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс тормош менән йәшәгәнен күрә икән, унан илһам ала, маҡсатҡа ынтыла.

Педагогик марафонда икенсе тапҡыр ҡатнашам. Ҡаҙаныштарыбыҙҙы һәм уңыштарыбыҙҙы башҡаларға күрһәтеү яҡшы, ә улар күп. Ошондай ижади командала эшләүе икеләтә ҡыуаныслы. “Киләсәккә - иң яҡшыларын” - был беҙҙең турала.

Ысын уҡытыусы һәр ваҡыт эҙләнеү өҫтөндә. “Кәрәҙ” педагогик марафоны – үҙ өҫтөңдә эшләү, камиллашыу өсөн яҡшы сара. Конкурста ҡабаттан ҡатнашыу мөмкинлеге бирелгәне өсөн шатмын.
Киләһе уҡыу йылына күтәренке кәйеф, ыңғай энергия, идеялар – бына улар конкурстың мөһимлеген тәшкил итеүселәр.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: