Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Август 2022, 12:07

Уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе үтә

Бөгөн ҡала Мәҙәниәт һарайында уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе бара.

Уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе үтә
Уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе үтә

Сарала район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, Башҡортостан Республикаһы  дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры урынбаҫары Рәсүл Таипов, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге дәүләт педагогия университеты доценты Зәки Әлибаев, райондың мәғариф системаһының етәксе һәм педагог, башҡа өлкә хеҙмәткәрҙәре, ата-әсәләр комитеты вәкилдәре һәм башҡалар ҡатнаша.

Август кәңәшмәһендә ҡатнашыусылар алдында «Кәрәҙ» республика педагогик марафонында II урын алған “БелУчи” командаһы сығыш яһаны.

Район етәксеһе Андрей Иванюта “Йыл уҡыусыһы” муниципаль конкурсы еңеүселәрен, “Йәш һөнәрмәндәр” (“Wordskills Russia”) милли чемпионат финалында “Ҡотҡарыу эше” компетенцияһында ҡатнашыусыларын бүләкләне.

Алдынғы педагогтар Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһының, Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығының, район депутаттар Советы, мәғариф идаралығының Рәхмәт хаттары, Почет грамоталары, ведомство наградалары менән бүләкләнде.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: