Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
30 Август 2022, 11:27

Йәш уҡытыусыларға - Хөкүмәт гранттары

Йәш уҡытыусыларға Башҡортостан хөкүмәте гранттары тапшырыла. 

Йәш уҡытыусыларға - Хөкүмәт гранттары
Йәш уҡытыусыларға - Хөкүмәт гранттары

29 августа премьер-министр Андрей Назаров тейешле указға ҡул ҡуйған. Документ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

«Һәр береһе 40 мең һумлыҡ гранттар ике йылға бер тапҡыр конкурс нигеҙендә Башҡортостан Республикаһы дәүләт һәм муниципаль дөйөм белем биреү учреждениеларының иң яҡшы 25 йәш уҡытыусыһына бирелә», — тип белдерҙеләр Мәғариф һәм фән министрлығында.

Башҡортостан Хөкүмәте грантына лайыҡ булыусылар араһында Туҡан мәктәбенең информатика уҡытыусыһы Ленара Рафаил ҡыҙы Ғилманова ла бар. 

Йәш уҡытыусыға артабан уңыштар теләйбеҙ!

Фото: magarif-uku.ru

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: