Мәғариф
31 Августа 2022, 11:52

Уҡыусыларға дәрестә телефон ҡулланыу тыйылды

Уҡыусыларға дәрес ваҡытында кеҫә телефонын ҡулланыу тыйыла. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Уҡыусыларға дәрестә телефон ҡулланыу тыйылдыУҡыусыларға дәрестә телефон ҡулланыу тыйылды
Уҡыусыларға дәрестә телефон ҡулланыу тыйылды

Яңы уҡыу йылынан мәктәптә гаджеттарҙы файҙаланырға ярамай. Мәғариф министры Сергей Кравцов Бөтә Рәсәй ата-әсәләр йыйылышында ошо хаҡта белдерҙе.
«Әгәр балаларҙың ниндәйҙер һорауҙары булһа, шылтыратырға рөхсәт ителә. Яңы санитар ҡағиҙәләргә ярашлы, 1 сентябрҙән дәрестә кеҫә телефонын ҡулланыу тыйыла», – тине Кравцов.

Фото: smartik.ru

Автор:Эльвира Хамзина