Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Сентябрь 2022, 11:20

Белорет лицей-интернатында - Шайморатов класы

Белем көнөндә республика мәптәптәрендә Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 78 яңы класс асылды. Шуларҙың береһе Белорет лицей-интернаты базаһында булдырылды.

Белорет лицей-интернатында - Шайморатов класы
Белорет лицей-интернатында - Шайморатов класы

1 сентябрҙә парта артына V класҡа егерме йәш шайморатовсы ултырҙы. Махсуслаштырылған класҡа уҡыуҙа яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән, мәктәп, класс тормошонда актив ҡатнашҡан уҡыусылар ҡабул ителде. Шайморатовсыларға Белорет ательеларының береһендә махсус кейемдәр тектерелде, педагогтар класс бүлмәһенә тематик стендтар әҙерләне. Төп уҡыу программаһынан тыш, уҡыусылар милли уйын ҡоралдарында уйнарға, көрәш алымдарына өйрәнә, хәрби әҙерлек мәктәбе үтә. Икенсе йыл уҡ менән атыуҙы программаға индереү планлаштырыла.

- Балалар менән осрашыуҙа: “Шайморатовсылар класында булыу, махсус форма кейеп кенә йөрөү түгел, ә уҡыуың, эш-ҡылығың менән бөйөк башҡорт полководецы Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөтөргә лайыҡлы икәнен иҫбатларға тейешһегеҙ”, тигәйнем. Улар әҙер, дәртләнеп көтә, күҙҙәре яна, - тине Белорет лицей-интернаты директоры Гөлнара Зәйнетдинова.

Бишенселәрҙең шайморатовсылар сифатында ҡатнашҡан тәүге ҙур сараһы үтте ләинде. Улар Рәсәй Геройы, 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы комдивы Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған көнө айҡанлы ҡаланың Геройҙар аллеяһында үткән сарала ҡатнашты.

ҺҮРӘТТӘ: йәш шайморатовсылар

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: