Мәғариф
5 Сентября 2022, 08:16

Ҡыҙыу бәйләнеш ойошторола

5 сентябрҙән 16-һына тиклем Роспотребнадзор дөйөм белем биреү ойошмаларында туҡланыуҙы ойоштороу мәсьәләләре буйынса ҡыҙыу бәйләнеш үткәрә, тип хәбәр итә ведомствоның матбуғат хеҙмәте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡыҙыу бәйләнеш ойошторолаҠыҙыу бәйләнеш ойошторола
Ҡыҙыу бәйләнеш ойошторола

Белгестәр белем биреү учреждениеһы етәкселегенең ошо процестағы роленә, ата-әсәләр контроленә ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирә, шулай уҡ сәләмәт туҡланыу һәм башҡа темалар буйынса консультация алырға мөмкин.

Башҡортостанда йәшәүселәр дүшәмбе-йома көндәрендә урындағы ваҡыт буйынса иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 4-кә тиклем 8-800-700-90-30 телефонына шылтыратып, һорауҙар бирә ала. Көндөҙгө сәғәт 12-нән 1 тула 15 минутҡа тиклем тәнәфес. Шылтыратыу бушлай.

Автор:Эльвира Хамзина