Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
10 Октябрь 2022, 23:43

Унынсылар хәрби әҙерлек үтә

Район-ҡала мәктәптәренең Х класс үҫмерҙәре Шишмә районының «Авангард” уҡыу-методик үҙәгендә хәрби күнекмәләр үтә.

Унынсылар хәрби әҙерлек үтә
Унынсылар хәрби әҙерлек үтә

Бындай базалар республика Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса булдырылды. Уҡыу йылында республиканың барлыҡ унынсылары ла күнекмәләр үтергә тейеш. Бында барыһы ла армиялағы кеүек.  Бер аҙна дауамында район-ҡаланың 148 үҫмере тактик, хәрби-медицина, инженер, ут, физик һәм строевой әҙерлек буйынса күнекмәләр үтә. Топографик карталарҙы уҡырға, компас менән эш итергә, хәрби хеҙмәт хәүефһеҙлеге нигеҙҙәренә өйрәнәләр. Экскурсияларға йөрөйҙәр. 

Үҫмерҙәр менән тәжрибәле преподавателдәр эшләй. Күптәре - хәрби офицерҙар. Сборҙарҙа буласаҡ һалдаттар сифатлы хәрби хеҙмәткә тиклем әҙерлек аласаҡ, яңы дуҫтар табасаҡ. Базала белореттарҙан тыш, Благовар районынан да унынсылар күнекмәләр үтә. 

Иртәгә – Республика көнөндә улар мәртәбәле ҡунаҡтарҙы ҡаршы алырға ла әҙерләнә.

М.Камалетдинов фотолары.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: