Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
28 Октябрь 2022, 14:04

Уҡыусылар өсөн - онлайн-тест

1-20 ноябрҙә «Учи.ру» белем биреү платформаһында I-IX класс уҡыусылары өсөн юл хәрәкәте ҡағиҙәләре темаһына Бөтә Рәсәй онлайн-тест уҙғарыла.

Уҡыусылар өсөн - онлайн-тест
Уҡыусылар өсөн - онлайн-тест

Онлайн-тест Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған һәм тормошҡа ашырылған «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты булышлығында өсөнсө йыл рәттән уҙғарыла. Эштәрҙә юлдағы аныҡ хәлдәр тасуирлана, ә ҡатнашыусылар хәүефһеҙ дөрөҫ ҡарар табырға тейеш. Төрлө йәш төркөмдәре өсөн тейешле ҡатмарлыҡтағы мәсьәләләр уйланылған.

Олимпиадала ҡатнашыусыларҙың барыһына ла - сертификаттар, еңеүселәргә грамоталар һәм дипломдар тапшырыласаҡ. Хәйер, бында еңеү иң мөһиме түгел. Иң мөһиме - ҡатнашыу, белем эстәү.

Конкурста ҡатнашыр өсөн ошо һылтанма аша үтергә кәрәк: https://национальныепроекты.рф/mediaProjects/olympiadaBKD

Фото: национальныепроекты.рф/mediaProjects/olympiadaBKD

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: