Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Ноябрь 2022, 10:22

Мария - “Ҙур тәнәфес” Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе

Яңыраҡ X-XI кластар өсөн “Ҙур тәнәфес” Бөтә Рәсәй конкурсын ябыу тантанаһы үтте.

Мария -  “Ҙур тәнәфес” Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе
Мария - “Ҙур тәнәфес” Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе

Мәртәбәле конкурс финалы  Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 1500 уҡыусыны берләштерҙе. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса, республиканан 23 ҡатнашыусы еңеүсе исеменә лайыҡ булды, уларҙың 10-ауһы, XI кластан еңеүселәр, 1-әр млн.  һум аҡса алды. VIII-IX кластарҙан 13 уҡыусы 200 мең һум күләмендә премияға лайыҡ булды. “Ҙур тәнәфес” Бөтә Рәсәй конкурсы финалында Башҡортостандан 40 уҡыусы ҡатнашты.

Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин да социаль селтәрҙәге сәхифәһендә был конкурс тураһында яҙмаһы менән уртаҡлашты. "Башҡортостанға “Ҙур тәнәфес” Бөтә Рәсәй конкурсының тәүге 11 финалсыһы ҡайтты. Республиканан 23 ҡатнашыусы конкурс еңеүселәре исеменә лайыҡ булды. Ҡәҙерле балалар, еңеүегеҙ менән ҡотлайым. Был еңеү киләсәктәге ҙур пландарығыҙға этәргес бирһен. Үҫегеҙ, һәр ваҡыт яңылыҡҡа ынтылығыҙ. Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ! - тиелә яҙмала.

17-се гимназия уҡыусыһы Мария Исаенко - “Артек” Халыҡ-ара балалар үҙәгендә үткән “Ҙур тәнәфес” Бөтә Рәсәй конкурсының финал еңеүселәренең береһе.  Был Иҙел башының  федераль конкурстағы тәүге еңеүе. 

География һәм крайҙы өйрәнеү фәндәре менән мауыҡҡан Мария ҡатнашыу өсөн “Рәсәйҙе танып бел” тигән “саҡырыу” һайлай.  Конкурсҡа әҙерләнеүҙә остазы – Иван Разин ярҙам итә.

Мария Рәсәй мәктәптәренең  IX-X класс уҡыусылары араһында 300 еңеүсе иҫәбенә инде һәм 200 мең һум алды.  Еңеүсе аҡсалата призды өҫтәмә белем алыу, инглиз теле менән шөғөлләнеү өсөн тотонорға ниәтләй.

Мария Исаенко икенсе йыл да  “Ҙур тәнәфес”тә ҡатнашып, 1 млн. һумлыҡ приз өсөн көрәшергә уйлай.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: