Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
16 Декабрь 2022, 16:00

Балалар баҡсаһы өсөн түләү арта

Киләһе йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостанда мәктәпкәсә учреждениела баланы ҡараған өсөн айлыҡ түләү күләме арта. 

Балалар баҡсаһы өсөн түләү арта
Балалар баҡсаһы өсөн түләү арта

Республиканың мәғариф министры Айбулат Хажиндың бойороғо буйынса сумма 1937 һум 40 тин тәшкил итәсәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылда айлыҡ түләү 1819 һум 13 тин кимәлендә билдәләнгәйне.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Владимир Путин президент ҡарамағындағы Стратегик үҫеш һәм милли проекттар буйынса совет ултырышында 2023 йылдың аҙағына 3 йәшкә тиклемге бөтә балалар ҙа яслелә урындар менән тәьмин ителәсәге хаҡында белдерҙе.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: