Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
16 Декабрь 2022, 16:20

Бер телдән дә телем кәм түгел...

Ҡаланың "Тирмәкәй" башҡорт балалар баҡсаһында йыл дауамында башҡорт теленә, башҡорт донъяһына ҡағылышлы бик күп саралар үткәрелә. Балалар ѳсѳн дә, ата-әсәләр, тәрбиәселәр ѳсѳн дә был саралар бик фәһемле, үҙенә күрә бер үҫеш.

Бер телдән дә телем кәм түгел...
Бер телдән дә телем кәм түгел...

Бигерәк тә "Тирмәкәй" исеме менән йѳрѳтѳлгән 25-се балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәрҙең үҙҙәренә лә, кескәй генә булыуҙарына ҡарамаҫтан, тѳрлѳ конкурстарҙа, "Шәжәрә" байрамдарында ата-әсәләре, тәрбиәселәре менән ошондай сараларҙа, милли, сағыу костюмдарҙа сығыш яһауҙары оҡшай. Эйе, бала хәтере ныҡ була. Ошондай матур байрамдар балалар күңелен

Республикабыҙҙа 14 декабрь Башҡорт теле кѳнѳ тип иғлан ителгән. Башҡорт теле көнө - башҡорт телен һаҡлау, яҡлау һәм үҫтереү маҡсатында үткәрелгән көн, тип рәсми документтарҙа яҙып та ҡуйылған. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р. Ф. Хәбировтың указына ярашлы 2019 йылдың 14 декабренән башҡорт теле көнө үткәрелә башланы. Башҡорт теле көнөн тап ошо кѳндә билдәләү осраҡлы түгел, сѳнки 14 декабрь күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла тыуған.

 "Тирмәкәй" башҡорт балалар баҡсаһында Башҡорт теле кѳнѳнә ҡарата муниципаль райондың балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре араһында шиғыр ятлау буйынса муниципаль конкурс үткәрелде. Район-ҡаланың 15 балалар баҡсаһынан 4-тән алып 6 йәшкә тиклемге 25 бала башҡортса шиғыр һѳйләү буйынса конкурста ярышты. Конкурс онлайн форматта барҙы.

"Тирмәкәй" башҡорт балалар баҡсаһы мѳдире Таңсулпан Бүләкбаева баһалау комиссияһы ағзаларын ҡаршы алғандан һуң, конкурсты асып, ошо сараның йылдан-йыл үҫә барыуы тураһында һѳйләне. Конкурсанттарға уңыштар теләне. Мәртәбәле баһалау комиссияһы ағзалары: "Урал" гәзитенең баш мѳхәррире Сатура Минһажитдинова, район мәғариф идаралығынан балалар баҡсалары методисы Лиана Фазылова, мәктәптән тыш белем биреү үҙәге хеҙмәткәре, ҡала балалар баҡсаларында башҡорт теле дәрестәрен алып барған Юлиә Ғәликәева, район-ҡала "Ағинәйҙәр" ҡоро етәксеһе Зѳбәржәт Суфьянова, билдәле шағирҙарҙың шиғырҙарын яттан һѳйләгән конкурсанттарҙы иғтибар менән тыңланы. Уларҙың һәр ым-хәрәкәтен күҙәтте. "Тирмәкәй" башҡорт балалар баҡсаһының ѳлкән тәрбиәсеһе Гѳлназ Әпҡәдирова сығыш яһаусылар менән таныштырып торҙо.

Конкурсанттарға етди талаптар ҙа бар. Шиғыр һѳйләүсе башҡорт телендә таҙа һәм матур сығыш яһарға, тасуири, сағыу, хәрәкәттәр, мимика менән шиғырҙы яттан һѳйләй белергә тейеш ине һәм сығыш яһаусының милли кейемдә булыуы ла хупланды.

Балаларҙың барыһы ла конкурсҡа матур әҙерләнгән, Замира Сәлимова, Илморат Ғарипов (Манышты балалар баҡсаһы), Сәлимә Хафизова (Инйәр), Нурзилә Кәбирова (3-сѳ балалар баҡсаһы), Камилла Игеҙәкова (5-се балалар баҡсаһы), Айлина Ғәрифуллина (23-сѳ балалар баҡсаһы), Арыҫлан Хѳсәйенов (21-се балалар баҡсаһы). Был 5-6 йәшлек балалар тѳрлѳ номинацияларҙағы Дипломдар яуланы. 4 йәшлек Мѳхәмәт Монасипов (Абҙаҡтан), Ильяс Рәхмәтуллин (14-се балалар баҡсаһынан) "Йыл дебюты" номинацияһына лайыҡ булдылар.

Алты йәшлектәр араһында ѳсѳнсѳ урын Даниэль Исмәғилевкә (9-сы балалар баҡсаһы), Айлина Ғәрифуллинаға (23-сѳ балалар баҡсаһы), Суфия Дәүләтоваға (29-сы балалар баҡсаһы) бирелде.

Икенсе урынды Шәйхилислам Ирғәлин (Ҡаһарман ауылы балалар баҡсаһы) яуланы.

Беренсе урынға Самир Нәҙербаев (3-сѳ балалар баҡсаһы) лайыҡ булды.

Биш йәшлектәр араһында икенсе урынды Сулпан Мирғәлина, Йәсминә Хажина (Шығай балалар баҡсаһы) лайыҡлы яуланы.

 Беренсе урынға "Тирмәкәй" башҡорт балалар баҡсаһынан Вадим Хѳснѳтдинов лайыҡ тип табылды.

Гран-при бер тауыштан Абҙаҡ балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Зарина Мансуроваға тапшырылды.

Инсаф Абзалов, Ләйсән Сәйфелмѳлѳкова (Инйәр балалар баҡсаһы), Эмиль Әбүбәкиров (23-сѳ балалар баҡсаһы), Азалия Аҙнабаева (29-сы балалар баҡсаһы), Азалия Мансурова (14-се балалар баҡсаһы), Сафия Солтанова (Ҡаһарман ауылы балалар баҡсаһы), Данир Хәсәнов (44-се балалар баҡсаһы), Арсен Астанбаев (Ломовка балалар баҡсаһынан) конкурста ҡатнашҡан ѳсѳн Дипломдар менән бүләкләнә.

Балалар баҡсаларында уҡ кескәй  балаларҙа башҡорт теленә ҡарата хөрмәт тәрбиәләү, әсә теленә ҡыҙыҡһыныу уятыу, төрлө алымдар ҡулланыпуны ѳйрәтеү, тәрбиәселәргә нисеккенә эшләргә ауыр булмаһын, туғантелде өйрәтеү бурыс итеп ҡуйылған.

Һүрәттә: гран-при яулағанЗарина Мансурова

Автор:Сатура Мингажитдинова
Читайте нас: