Мәғариф
22 Декабря 2022, 10:32

Радий Хәбиров мәктәп автобусы асҡыстарын тапшырҙы

Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика мәктәптәре директорҙарына илебеҙҙә етештерелгән ГАЗ, ПАЗ һәм УАЗ маркалы 56 заманса мәктәп автобусы асҡыстарын тапшырҙы. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Радий Хәбиров  мәктәп автобусы асҡыстарын тапшырҙыРадий Хәбиров  мәктәп автобусы асҡыстарын тапшырҙы
Радий Хәбиров мәктәп автобусы асҡыстарын тапшырҙы

Бының өсөн өсөн федераль бюджеттан 170,6 миллион һум бүленгән. Быйыл республика бюджеты аҡсаһына (79,5 миллион һумға) 20 яңы мәктәп автобусы һатып алынған. Һуңғы өс йылда Башҡортостандың мәктәп автопаркын 378 автобус тулыландырған, 112-һе – республика бюджеты иҫәбенә, 266-һы – федераль ярҙам менән. Киләһе йылдың ғинуар-мартында республика федераль бюджет иҫәбенә тағы ла ГАЗ маркалы 45 автобус алырға тейеш.
«Барығыҙҙы ла яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотлайым. Быйыл һеҙҙең менән берҙәм булдыҡ һәм бергәләп һынауҙарҙы еңеп сығырбыҙ. Планға ярашлы мәктәп автобустарын яңыларына алмаштырыу менән шөғөлләнәбеҙ. Башҡортостандың барлыҡ райондарында һәм ҡалаларында күпселек уҡыусыларҙың иртәһе мәктәп автобусында йөрөүҙән башлана. Уларҙың заманса автобуста йөрөүе, ә ата-әсәләрҙең балалары өсөн борсолмауы мөһим. Бөгөн водителдәргә аварияһыҙ йөрөгәне, иғтибары өсөн рәхмәт әйткем килә. Водителдәр ҡайһы саҡта йырлап та ебәрә, иртәнсәк балаларға йылы һүҙҙәрен дә йәлләмәй, тип һөйләгәндәре бар. Беҙ 10 йылдан иҫкерәк автобустарҙы тулыһынса тиерлек алмаштырҙыҡ. Ошо мөһим эште мотлаҡ дауам итербеҙ. Мәктәп директорҙарына яҡшы эшләүҙәрен һәм ныҡлы һаулыҡ теләйем. Мәғариф министрлығына ла рәхмәт әйткем килә. Федераль бюджет аҡсаһына алынған автобустар һаны буйынса илдә беренсе урынды биләйбеҙ», – тине Радий Хәбиров.

Автор:Эльвира Хамзина