Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
22 Декабрь 2022, 14:54

Тырыштар - төп республика Шыршыһында

Сермәндән Дамир Ғәлиәхмәтов (аҫҡы һүрәттә) өсөн мөғжизәле Яңы йыл байрамы бер нисә көн элек башланды. Сермән урта мәктәбенең VIII класында уҡыусы үҫмер “4” һәм “5” билдәләренә генә өлгәшеп ҡалмай, мәктәп, район күләмендә үткән төрлө олимпиада-конкурстарҙа ла даими ҡатнаша. Дамир, бигерәк тә, физика, рус теле һәм тарих фәндәрен яратып үҙләштерә, һөҙөмтәләр ҙә бар. Технопарк та үҙ мөмкинлектәрен һынап ҡарай.

Тырыштар - төп республика Шыршыһында
Тырыштар - төп республика Шыршыһында

“Республиканың төп Яңы йыл шыршыһында ҡатнашасағы тураһындағы яңылыҡты шатланып ҡабул итте. Бындай мөмкинлек барыһына ла эләкмәй бит. Улыбыҙҙың ҡаҙаныштарына беҙ ҙә һөйөнәбеҙ. Тәүге ҙур байрамы уға артабан да  тырышып уҡырға этәргес булыр. Яңы дуҫтар табырға, аралашырға мөмкинлек бирер. Төп республика Шыршыһынан йылы тәьҫораттар менән ҡайтыр”, - тине әсәһе Резеда Ғәлиәхмәтова.
Республиканың төп иртәлегенә барыу бәхетенә тағы ла Дамир кеүек тырышып уҡыған, мәктәп тормошонда актив ҡатнашҡан 25 бала юлланды.  Төп Яңы йыл иртәлегенә уҡыу алдынғылары. Олимпиадалар һәм спорт ярыштары еңеүселәре, фестиваль лауреаттары, һәләк булған хәрбиҙәрҙең, ишле ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән, һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балалар саҡырылды. Мәктәптән тыш эштәр үҙәгенең Технопарк тәрбиәләнеүсеһе Сыңғыҙ Хәлитов, Йәш натуралистар станцияһынан Евгений Симонов, Туризм үҙәгенән Захар Григорьев, ҡаланың 3-сө мәктәп уҡыусыһы Мария Корякина, 8-се мәктәптән Григорий Коткин, 16-сы мәктәптән Анна Фәйзуллина, 18-сенән Радмир Ағзамов, 20-се мәктәптән Азалия Таштимерова, Үткәл мәктәбенән Артем Мөхәмәтдинов, Абҙаҡтан Ксения Тимербаева, Үрге Әүжәндән Евгения Ефимова, Егәҙенән Илгизәр Зарипов, Ҡағы мәктәбенән Арина Черепенькина, Ломовка мәктәбенән Полина Козлова, Тирләндән Яна Прусакова, Белорет лицей-интернатынан Илдар Хөсәйенов, 14-се гимназиянан Илья Григорьев, Белорет спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Глеб Кузнецов,  21-се мәктәптән Денис Козлицкий, Айһылыу Әйүпова, Артем һәм Александра Драпеко, Максим Смышляев, Влада Матвеева һәм Белорет коррекцион мәктәбенән Илсур Бирғәлин өсөн был көн онотолмаҫлыҡ хәтирәләргә бай буласаҡ.
Баш ҡалаға ике көнлөк сәйәхәткә юлланған балаларҙы муниципаль ра-йон хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Хәйруллин, мәғариф идаралығы начальнигы Сулпан Уйылданова, ата-әсәләр оҙатып ҡалды. Етәкселәр уҡыусыларға хәйерле юл теләп, изге теләктәрен еткерҙе һәм артабан да тырышып уҡырға, ҡаҙаныштарға өлгәшергә өндәне.     
Республиканың быйылғы төп Шыршыһында район-ҡалаларҙан 1000-ләп бала ҡатнашты. Исемлеккә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарҙың балалары өҫтәлде.
Белорет район-ҡалаһынан 26 уҡыусы ике көн дауамында төрлө сараларҙа ҡатнаша, экскурсияларға йөрөй. Улар республиканан йы-йылған башҡа тиҫтерҙәре менән аралаша, дуҫтар таба. 
Барлыҡ мәҙәни саралар санитар нормаларҙы теүәл үтәп ойошторола. Яңы йыл каникулдары ваҡытында Яңы йыл саралары уҙғарылған урындарҙа табиптар, Эске эштәр һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтары хеҙмәткәрҙәре дежурлыҡ итте.
Республиканың муниципаль район һәм ҡала округтары хакимиәттәре мәғариф ойошмаларында һәм мәҙәниәт учреждениеларында, майҙандарҙа Яңы йыл байрамы сараларын әҙерләй.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: