Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Март 2023, 12:03

Онотмайбыҙ һине, рәссам

Абҙаҡ мәктәбе ғорур рәүештә талантлы яҡташыбыҙ Әхмәт Лотфуллиндың исемен йөрөтә. Йыл һайын белем усағында рәссамдың Хәтер көндәре уҙғарыла. Быйыл Әхмәт Лотфуллинға 95 йәш тулған булыр ине. Мәктәбебеҙҙә уның туғаны Әлфиә Вил ҡыҙы эшләй. Әхмәт Лотфуллинға бағышланған дәрестәрҙе, кластан тыш сараларҙы уҙғарыуҙа ул ихлас ярҙам итә.

Онотмайбыҙ һине, рәссам
Онотмайбыҙ һине, рәссам

Беренсе кластар өсөн ойошторолған “Каляка-маляка” дәресе айырыуса мауыҡтырғыс ине. Уҡытыусылар Гөлсинә Ирғәлина һәм Әминур Дауытова әҙерләгән “станциялар”ҙа уҡыусылар һәләттәрен күрһәтте, фантазияларын эшкә екте.
“Клякса” станцияһында ябай таптар төрлө һындарға - ҡар бабайға, күбәләктәргә, үрмәкес һәм башҡа сағыу образдарға әүерелһә, “Бергәләп һүрәт эшләйбеҙ” станцияһында дәү фил пәйҙә булды. Балалар өс командаға бүленеп, һәр кем филдең бер кәүҙә өлөшөн һүрәткә төшөрҙө. Шулай итеп, сағыу һәм шат фил барлыҡҡа килде.
“Портрет” станцияһында ҡыҙ-малайҙар яҡындарының портретын төшөрҙө. Һәммәһе лә был эште еренә еткереп, ихлас күңелдән башҡарҙы. Яғымлы күҙҙәр, мәрәкә танау - быларҙың барыһы үтә яҡын, яратҡан йөҙ һыҙаттары ине.
III “А” класы уҡыусылары класс етәкселәре менән бергә Әхмәт Лотфуллиндың тормош һәм ижад юлын бәйән ҡылдылар. Улар сәнғәттәге жанр төрҙәре тураһында шиғырҙар ҙа әҙерләнеләр. III класс уҡыусыһы Дания Фәйзуллина Әхмәт Лотфуллиндың эше - әсәһенең портреты тураһында һөйләне. Ә инде хөрмәтле ҡунаҡ - рәссамдың туғаны Мазһар Лотфуллиндың хәтирәләре, рәссамдың ижади эштәре дәрестең иң әһәмиәтле өлөшө булғандыр. “Минең апам ябай кешеләрҙе төшөрөргә яратты. Беҙ уның артынан урманға барып, уның һүрәт эшләүен күҙәтә торғайныҡ”, - ти Мазһар ағай. Балалар иһә ҡунаҡҡа үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе.
Ҡыҙыҡлы уйындар, һоҡланғыс күргәҙмә, хәтирәләр менән үрелеп барған сара барыһының да күңеленә хуш килде.

Әлфиә ИШҠЫУАТОВА.
Абҙаҡ ауылы.

 

Автор:
Читайте нас: