Ведомство башлығы һүҙҙәренсә, бүләкләү тантанаһы август кәңәшмәһендә була. Коронавирус пандемияһына бәйле сара бер нисә йыл үткәрелмәне.
«Әүҙемлек юғары булыр тип ышанам, автопаркыбыҙ ҙур, водителдәр күп. Белгестәрҙе ҡотларбыҙ, грамоталар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырырбыҙ. Ә «Юғарыға ос!» форумында мәктәп водителдәренә ярҙам күрһәтеү, эш хаҡын арттырыу мәсьәләләрен тикшерербеҙ. Был өлкәлә энтузиастар эшләй, һуңғы ваҡытта беҙҙең водителдәр ғәйебе менән бер авария ла булмауы ҡыуаныслы. Тағы ла мөһимерәге — бер бала ла зыян күрмәне. Мин уларға мәктәп ашнаҡсыһына кеүек һәйкәл ҡуйыр инем», — тине Айбулат Хажин.