Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
31 Март 2023, 14:21

Ата-әсәләр имтихан тапшырып ҡараны

Йыл һайын сығарылыш класс уҡыусылары алдында Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу һынауы тора. Мәктәпте тамамлаусы балаларҙың да, ата-әсәләренең дә тулҡынланыу, борсолоу кисергән мәле. Шуға ла башҡа йылдарҙағы кеүек ата-әсәләргә лә, балалары кеүек, имтихан биреп ҡарау мөмкинлеге булдырылған.

Ата-әсәләр имтихан  тапшырып ҡараны
Ата-әсәләр имтихан тапшырып ҡараны

Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәт башланғысындағы Бөтә Рәсәй “Ата-әсәләрҙең БДИ-ны берҙәм тапшырыу көнө” быйыл етенсе тапҡыр үтте. Республика Берҙәм дәүләт имтиханында әүҙем ҡатнаша һәм район-ҡала ата-әсәләре лә был акциянан ситтә ҡалманы.

22 мартта ҡаланың 1-се мәктәбендә үткән акцияла сығарылыш класс уҡыусыларының ата-әсәләре менән бергә муниципаль район мәғариф идаралығы начальнигы Сулпан Уйылданова, урындағы матбуғат һәм телевидение хеҙмәткәрҙәре лә ҡатнашты.

Йыйылыусыларҙы имтихан тапшырыу пункты етәксеһе Марина Власенко тәбрикләп, атаәсәләрҙең тулҡынланмауын, имтихан процедураһын тыныс үтергә саҡырҙы. Марина Евгеньевна сығарылыш уҡыусылары дәүләт имтихандарына әҙерләнгәндә үтәйәсәк заданиелар, алған белемдәре генә түгел, шулай уҡ дѳрѳҫ психологик кәйеф, кѳсѳңә ышаныу һәм яҡындарының ярҙамы ғына һѳҙѳмтәләр бирә,тип билдәләне. Шулай булғас ғаилә, бигерәк тә,ата-әсәләрҙең роле бында баһалап бѳткѳһѳҙ.

Рус теле - сығарылыш уҡыусылары аттестаталыу ѳсѳн мотлаҡ тапшырған ике фәндең береһе. Быйыл ата-әсәләр рус теленән имтихантотто. Акция ѳсѳн имтихан эштәренең ҡыҫҡартылған варианты әҙерләнгән.

Акция сығарылыш уҡыусыларына һәмуларҙың атай-әсәйҙәренә ярҙам итеү, артыҡ психологик көсөргәнеште юҡҡа сығарыу, имтиханбарышы менән яҡындан танышыу маҡсатындаойошторола.

Өлкәндәр Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырып ҡарау мәлендә бөтә имтихан процедураһынүтте. Иң тәүҙә теркәлеп, артыҡ әйберҙәрен һәмтелефондарын тапшырҙы, имтихан алды контроле аша үтте, бланк тултырҙы. Имтихандакүҙәтеү нисек ашырылыуын, имтихан материалдары нисек эшләнеүен һәм баҫылыуын үҙкүҙҙәре менән күрҙе. Акцияла ҡатнашыусылартөҙөлгән эштәрҙән имтихан эшен яҙҙы. Был 3-4сәғәтлек түгел, ҡыҫҡартылған эш, әммә ул төрлөэштәр менән танышырға форсат бирҙе.

Атай-әсәйҙәр, башҡа йылдарҙағы кеүек, рустеленән имтихан тапшырып, күңел тыныслығы,һорауҙарына яуап тапҡандыр, тип ышанғы килә.

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: