Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
31 Март 2023, 11:32

«Яңы идеялар менән ҡайтабыҙ»

«Һәләтле балалар менән эшләүгә айырыуса ҙур иғтибар бүләбеҙ. Был балалар — беҙҙең киләсәк, шуға күрә төп бурыс — йәш таланттарҙы үҫтереү өсөн уңайлы шарттар булдырыу». Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Сочиҙағы «Сириус» мәғариф үҙәгендә булғандан һуң үҙенең телеграм-каналында ошо хаҡта яҙып сыҡты.  

«Яңы идеялар менән ҡайтабыҙ»
«Яңы идеялар менән ҡайтабыҙ»

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Сириус» Рәсәй президенты Владимир Путиндың башланғысы менән тотош илдәге һәләтле балаларға булышлыҡ итеү өсөн булдырылған

«2019 йылда Башҡортостанда үҙебеҙҙең, «Аврора» төбәк үҙәген астыҡ, ул «Сирус» моделе буса эшләй. Уның ярҙамында теге йәки был өлкәлә һәләтен күрһәткән һәр уҡыусы иң яҡшы уҡытыусылар менән шөғөлләнеү, олимпиадаларға әҙерләнеү, айырым фәндәрҙе тәрәнерәк өйрәнеү, сәнғәттә һәм спортта үҫешеү мөмкинлегенә эйә була», — тине Радий Хәбиров.  

Үҙ өлкәһендә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән балалар өсөн «Сириус» үҙәгенең профилле сменаларында ҡатнашыуға квоталар ҡаралған. Быйылғы уҡыу йылында республиканың 68 уҡыусыһы унда булып ҡайтты. Һигеҙ уҡытыусы квалификация күтәреү курстарын үтте.

Республикабыҙ балалары һәм уҡытыусылары өсөн ошондай файҙалы сәфәрҙәрҙе күберәк ойошторорға тигән маҡсат ҡуйғанбыҙ.

«Беҙҙе «Сириус»тың тәжрибәһе бик ҡыҙыҡһындыра, уны Өфөлә математика лицейын төҙөгәндә ҡуллана алыр инек. Бынан тыш, әле беҙ Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара кампусы буйынса аҙаҡҡы ҡарарҙар ҡабул итеү этабында. «Сириус»тың үҙ кампусы бар, беҙ ҙә унда булдыҡ. Яңы идеялар менән ҡайтабыҙ», — тип йомғаҡ яһаны Башҡортостан Башлығы.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 2020 йылдан белем биреү үҙәге профилле кластерҙың нигеҙе булып тора. Уның тирәләй 2014 йылда Сочиҙа уҙған ҡышҡы Олимпиада объекттарында урынлашҡан заманса ҡала — «Сириус» федераль биләмәһе үҫешә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-03-31/uezzhaem-s-novymi-ideyami-glava-bashkirii-posle-posescheniya-tsentra-sirius-v-sochi-3198885

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: