Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Апрель 2023, 15:37

Тәүге тапҡыр Мәктәпкәсә белем биреү педагогтары форумы ойошторола

Башҡортостанда беренсе Мәктәпкәсә белем биреү педагогтары форумы уҙғарыла.

Тәүге тапҡыр Мәктәпкәсә белем биреү педагогтары форумы ойошторола
Тәүге тапҡыр Мәктәпкәсә белем биреү педагогтары форумы ойошторола

Ул октябрҙә Уҡытыусы һәм остаз йылы саралары сиктәрендә үтер тип планлаштырыла, тип хәбәр итте республика Мәғариф министрлығының мәктәпкәсә белем биреү бүлеге начальнигы Алина Ғәлина Өфөлә «Юғарыға ос!» форумында.

«Сифатлы мәктәпкәсә белем биреүҙе тәьмин итеү буйынса алдыбыҙға ҡуйылған бурыстар йәһәтенән был бик мөһим һәм көнүҙәк сара, —  тип билдәләне спикер. — Уҡытыусы һәм остаз йылы сиктәрендә форумдың әһәмиәте айырыуса ҙур. Республиканың мәктәпкәсә белем биреү системаһында тикшереү талап иткән мәсьәләләр күптән өлгөрөп еткән. Әйтәйек, һөнәри эшмәкәрлекте формалаштырыу буйынса эш, тәрбиәселәрҙең яңы белем биреү программаларына әҙерлеге, балалар баҡсалары педагогтарына ярҙам».

Тәрбиәселәргә яңы ярҙам сараларына килгәндә, Алина Ғәлина 2023 йылдың мартында республика етәксеһе Радий Хәбировтың указы менән «Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы» республика һөнәри конкурсы еңеүселәренә һәм лауреаттарына Башҡортостан Республикаһы Башлығы премияһы булдырылыуын иҫкә төшөрҙө.

Мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта республиканың мәктәпкәсә белем биреү системаһында 19 506 педагогик хеҙмәткәр эшләй. Министрлыҡ педагогтарҙың профессиональ кимәлен сифатлы үҙгәртеү буйынса ҙур эш ойошторған. 2021-2022 уҡыу йылында 800-ҙән ашыу етәксе һәм педагог — ҡайтанан әҙерлек, 10 меңдән ашыу етәксе һәм педагог квалификация күтәреү курстарын үткән

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында «Юғарыға ос!» мәктәп мәғарифы форумы асылды.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-04-06/v-bashkirii-vpervye-proydet-forum-pedagogov-doshkolnogo-obrazovaniya-3206789

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: