Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Апрель 2023, 15:22

Ковидҡа бәйле сикләүҙәр һаҡлана

2023 йылда Башҡортостандың балалар лагерҙары биләмәһендә коронавирусты иҫкәртеүгә бәйле сикләүҙәрҙең бер өлөшө ғәмәлдә ҡала. 

Ковидҡа бәйле сикләүҙәр һаҡлана
Ковидҡа бәйле сикләүҙәр һаҡлана

Республика буйынса Роспотребнадзор идаралығының балалар һәм үҫмерҙәр гигиенаһы буйынса күҙәтеү бүлеге начальнигы Римма Әхмәтшина Республикаға идара итеү үҙәгенән «Сәләм» тапшырыуы эфирында әйтеүенсә, хәүефһеҙлек маҡсатында балаларҙың ата-әсәләре ҡатнашлығында күмәк саралар тыйылған.

Учреждение хеҙмәткәрҙәре йәйге сменалар башланыр алдынан ковидҡа һәм башҡа йоғошло ауырыуҙарға тест тапшырырға тейеш. Лагерҙарҙа даими санитар режим, шулай уҡ һауаны таҙартыу, аҙна һайын генераль йыйыштырыу эштәре башҡарыла. Балаларҙы ҡабул итергә 7 көн ҡалғас, белгестәр талпандарҙан, кимереүселәрҙән эшкәртә башлана.

«Лагерҙарҙың эше каникулдар алдынан да, эш барышында ла даими контролдә тотола», — тип билдәләне эксперт.

2023 йылда Башҡортостанда балаларҙың йәйге ялын ойоштороу тураһында тулыраҡ «Башинформ» сайтында уҡығыҙ.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-04-26/v-detskih-lageryah-bashkirii-sohranyayutsya-kovid-ogranicheniya-rospotrebnadzor-3234937

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: