

Быйыл район-ҡаланың барлыҡ урта мәктәптәре тиерлек турист слетында ҡатнашыуға ғариза бирҙе. Балалар һәм үҫмерҙәр туризмын үҫтереү маҡсатында үткәрелгән сарала ҡатнашырға теләк белдереүсе мәктәптәр һанының йылдан-йыл артыуы ҡыуаныслы. Былтыр 28 команда булһа, быйыл уларҙың һаны 35-кә етте һәм 500-ләп уҡыусы, педагог, ойоштороусыларҙы йәлеп итте. Ҡатмарлы уҡыу йылынан һуң, көндәрҙең әллә ни яҡшынан булмауына ҡарамаҫтан, уҡыусылар тиҫтерҙәре менән аралашты, ял итте, төрлө һынауҙарҙа ҡатнашты.
- Уҡыусыларға бер нисә көн дауамында аралашыу мөмкинлеге сыҡты. Лагерҙә Интернет селтәре булмағас, уҡыусылар ҙа телефондарында ултырманы, аралашырға, төрлө ярыштарҙа үҙҙәрен һынарға өлгөрҙө. Тәбиғәт менән танышты, урында ориентир тотоуға өйрәнде. Былар барыһы ла ярыш режимында үтте, - тине Туризм үҙәге директоры, лагерь етәксеһе Олег Ручушкин.
Беренсе көн – крайҙы өйрәнеү викторинаһы булһа, икенсе көнөнә уҡыусылар “Спорт ориентирлашыуы”, “Заданиелар аҡланы” дистанцияларын үтте. Һуңғы көндә Спорт туризмы буйынса чемпионат сиктәрендә “Эҙләү-ҡотҡарыу эштәре” дистанцияһында ҡотҡарыу, тәүге ярҙам күрһәтеү кеүек эштәр алып барҙы. Командалар ҡаршылыҡтар булған аҫылмалы күперҙе үтеү, тау битләүенә менеү һәм төшөү, параллель яндауыр аша сығыу, бүрәнә аша соҡорҙо үтеү, ныҡлы туристик төйөн бәйләү, бүрәнә аша менән сығыу һынауҙарын үтте һәм башҡа һәләттәрен күрһәтте.
Шулай уҡ уҡыусылар компас ярҙамында тирә-яҡты билдәләү, күҙ үлсәме менән объектҡа тиклем араны һәм йылғаның киңлеген самалау кеүек һынауҙар аша үтте. Тыуған яҡты белеүгә тест ойошторолдо, художестволы үҙешмәкәрлек конкурсы уҙҙы, туристик гәзит баһаланды.
Турист слеты еңеүселәрҙе тантаналы бүләкләү менән тамамланды. Һөҙөмтәләр буйынса “А” класында (ҡала мәктәптәре) ҡаланың 20-се мәктәбе командаһы иң яҡшыһы тип табылды, икенсе урынды 17-се гимназия яуланы, өсөнсөлә – 18-се мәктәп командаһы. “Б” класында (ауыл мәктәптәре) Сермән мәктәбе уҡыусылары еңеү яуланы. Пьедесталдың икенсе баҫҡысына Инйәрҙең 2-се мәктәбе командаһы күтәрелде. Үткәл мәктәбе командаһы маҡтаулы өсөнсө урынға лайыҡ булды.
Еңеүселәр Златоус ҡалаһына юллама менән бүләкләнде. Командаларға (икенсе урын өсөн) - “Горное ущелье”ға, Шүлгән-Таш комплексына (өсөнсө урын өсөн) юлламалар тапшырылды.