Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
4 Июль 2023, 13:53

Уҡытыусылар турслетҡа йыйылды

Башҡортостанда педагогик хеҙмәткәрҙәр командаларының Уҡытыусы һәм остаз йылына арналған республика туристик слеты уҙҙы. 

Уҡытыусылар  турслетҡа йыйылды
Уҡытыусылар турслетҡа йыйылды

Сара 30 июндән 2 июлгә тиклем Туймазы районының «Тиҫтер» балалар-һауыҡтырыу лагерында ойошторолдо.

Республика Мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ярыштарҙа Әлшәй, Бәләбәй, Белорет, Благовещен, Дыуан, Дүртөйлө, Туймазы, Өфө, Саҡмағош райондарынан һәм Күмертау, Межгорье, Октябрьский, Салауат, Өфө ҡалаларынан 14 команда ҡатнашты.

Ярыш йомғаҡтары буйынса призлы урындар түбәндәгесә билдәләнде:

1-се урын — Өфө;

2-се урын — Туймазы районы;

3-сө урын — Салауат ҡалаһы.

Автор: Эльвира Хамзина
Читайте нас