Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
4 Август 2023, 09:18

Педагогик марафонға старт бирелде

«Кәрәҙ» өсөнсө республика педагогик марафонына старт бирелде.

Педагогик марафонға старт бирелде
Педагогик марафонға старт бирелде

Конкурс һынауҙары йомғағы буйынса иң яҡшы педагогик тәжрибәләр асыҡланды, шулай уҡ уҡытыусылар командалары бүләкләнде.

Иҙел башы уҡытыусылары командаһы беренсе зона майҙансығында еңеүсе булды. Икенсе урынды Сибай ҡалаһының уҡытыусылар командаһы яуланы. Баймаҡ районы уҡытыусылары командаһы –  өсөнсө урында.

Йылайыр районы командаһы - «Педагогик статус»,  педагогтарҙың йыйылма командаһы - «Академик ҡараш», ейәнсуралар «Педагогик эҙләнеү» номинацияларында билдәләнде. 

«Тыуған илем: күсәгилешлек, ҡиммәттәр һәм мәғәнәләр» - Межгорье ҡалаһы, «Перспективалы ҡараш» - Әбйәлил районы, «Иң динамик үҫешкән команда» - Хәйбулла районы, 
«Юғары оҫталығы һәм профессиональ эшмәкәрлеген камиллаштырыуға ынтылышы өсөн» Учалы районы командаһы лайыҡ булды.

 

Автор: Эльвира Хамзина
Читайте нас