Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
22 Август 2023, 10:05

Артабан да уңыштар юлдаш булһын!

Бөрйән районында 16-18 августа “Урал батыр” эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең XXV төбәк-ара конкурсы уҙҙы.

Артабан да уңыштар юлдаш булһын!
Артабан да уңыштар юлдаш булһын!

Конкурстың һуңғы этабында эпосты яңғыҙ башҡарыусы 52 бала, эпостан өҙөктәрҙе сәхнәләштергән 22 фольклор коллектив ҡатнашып, сәсәнлектә, маһирлыҡта, актерлыҡ оҫталығында үҙ көсөн һынап ҡараны. Данлыҡлы Бөрйән ерендә Башҡортостан Республикаһы, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләре мәктәптәре уҡыусылары, балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре, колледж студенттары осрашты, конкурста ҡатнашып, үҙ-ара аралашып, рухи көс алды.
18 августа “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни комплексы – музейында үткән конкурсты ябыу тантанаһында XXV  төбәк-ара конкурстың еңеүселәре аталды.

Белорет районы һәм ҡалаһы данын Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы уҡыусылары яҡланы һәм уңыштарға өлгәште. Эпосты яңғыҙ башҡарыусылар араһында Я. Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының X класс уҡыусыһы Регина Ғәлиева  52 конкурсант араһынан I урынға лайыҡ булды.
“Урал батыр” эпосы һәм башҡа башҡорт халыҡ эпостарынан өҙөктәрҙе сәхнәләштегән командалар араһында еңеүҙе Бөрйән районының йыйылма коллективы яуланы. Шулай уҡ Ейәнсура районы, Белорет ҡалаһының Я.Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы, Өфөнөң 20-се башҡорт гимназияһы, “СМАРТ” II республика полилингваль күп профилле гимназияһы, Йылайыр районы Юлдыбай ауылы “Ләйсән” балалар баҡсаһы коллективтары сығыштары иң сағыуҙары тип табылды. Наҙгөл Заһитуллина, Илнара Сәғитова, Ильяс Шаһиязданов, Арслан Хөсәйеновтан торған команда составы (етәкселәре – Сәриә Ҡаһарманова)  III урынға лайыҡ булды. Ильяс Шаһиязданов – “Иң яҡшы ир-егет роле” призеры.

Район һәм ҡала данын яҡлап сығыш яһаған башҡорт гимназияһы уҡыусыларына, команданы әҙерләүсе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ҡаһарманова Сәриә Мөхәмәтйән ҡыҙына киләсәктә лә уңыштар юлдаш булһын!

“Район мәғариф идаралығы” сайтынан.

 

Автор: Эльвира Хамзина
Читайте нас